Кеше һәм закон
10 Июня 2021, 07:05

Төндә ярамай

Төнгө ваҡытта тынлыҡты боҙоуға бәйле эштәрҙе мировой судьялар ҡарай башлаясаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары законға үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты боҙоуға бәйле эштәрҙе бынан ары мировой судьялар ҡарай башлаясаҡ. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы”на үҙгәрештәр индеререгә йыйына. Парламенттың вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтовтың әйтеүенсә, йәмәғәт урындарында төнгө шау-шыу – ярайһы уҡ киң таралған күренеш, уҙған йылда ғына административ комиссиялар тарафынан 6 меңдән ашыу эш ҡаралған.
“Күптәр хоҡуҡ боҙоуҙың был төрөн етди ҡабул итмәй, язанан да ҡасып ҡала. Әгәр судьяларға тапшырһаҡ, эштәр тиҙерәк ҡарала башлар, ғәйеплеләрҙең язаға тарттырылыуына гарантия ышаныслыраҡ булыр ине”, - ти вице-спикер.
Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты боҙоуға бәйле республика законына ярашлы, төнөн ҡысҡырырға, һыҙғырырға, көслө музыка ҡуйырға, музыка ҡоралдарында уйнарға, пиротехника ҡулланырға, тауышлы ремонт эштәре алып барырға ярамай. Төнгө ваҡыт тип эш көндәрендә киске 23 сәғәттән иртәнге 7-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә киске 23 сәғәттән иртәнге 9-ға тиклемге осор һанала.
Читайте нас