Кеше һәм закон
15 Июля 2021, 11:15

Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән

Ишбулды ауылындағы социаль йорт директорына ҡарата хөкөм сығарылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгәнХәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән
Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән

Былтыр 15  декабрҙә Ишбулды ауылында урынлашҡан ҡарттар йорто янып китеп, 11 кеше һәләк булыуы бөтә республиканы тетрәткәйне. Ваҡиға урынында тәүлек буйына янғын һүндереүселәр, тәфтишселәр эшләне, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ашығыс рәүештә фажиғә урынына килеп етеп, район етәкселеге, белгестәр менән кәңәшмә уҙғарҙы.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил район суды был социаль приюттың директоры булған 44 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул кешеләрҙең хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән учреждение асыуҙа һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан күберәк кешенең үлеменә килтергән хеҙмәт күрһәтеүҙә ғәйепләнә.

Прокуратура мәғлүмәттәренә ярашлы, ғәйепләнеүсе үҙенең милке һаналған ағас йортта оло йәштәге инвалидтарҙы ҡарау буйынса пансионат ойоштора. 2020 йылдың декабрь айында был йортта төнөн ут тоҡанып китеүе арҡаһында үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған һәм оло йәштә булған 11 кеше янып, һәләк була. Янғындың сәбәбе — тейешле хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Судья уны өс йылға иркенән мәхрүм итеү һәм ике йыл дауамында социаль хеҙмәт күрһәтеүҙән сикләү тураһында ҡарар сығарҙы. Ҡарар әле үҙ көсөнә инмәгән.

Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән
Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгән
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас