Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның сираттағы ултырышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Р. Дәүләтбаев, социаль үҫеш бүлеге начальнигы В. Ф. Ғафаров, опека һәм попечителлек бүлеге, «Ғаилә» үҙәге белгестәре, комиссия ағзалары ҡатнашты.
Район ауылдарының береһенән ултырышҡа саҡырылыусы әсә 12 йәшлек улы менән килде. Был малай Магнитогорск ҡалаһының сауҙа нөктәһендә 1500 һумлыҡ сыр урлап тотолған. Үҙенән ни өсөн урлаштың тип һорашҡас: «Мин тәүге тапҡыр алған сырҙарҙы 100 һумға осһоҙораҡ итеп һаттым, шунан тағы барҙым. Үҙемә телефон алырға ине», — тип аңлатты. Магнитогорск эске эштәр бүлеге малайҙың бәлиғ булмауы арҡаһында енәйәт эшен ҡуҙғатмаған.
— Мин уға өс планшет, дүрт телефон алып бирҙем, юғалтып тик йөрөй. Интернет-кафеларҙа компьютер уйындары менән көн уҙғара, шуға аҡса кәрәккәндер, — тип аҡланды әсәй кеше. — Быға тиклем өс урында эшләнем, хәҙер өйҙә ултырам. Тәртип боҙоп, мәктәпкә йыш саҡыртҡастары, эшләй алманым.
Малай ҡалала коррекцион мәктәптә уҡый, әлеге мәлдә Магнитогорскиҙа атаһы менән бергә йәшәй. Әсәһе улының бик агрессив булыуы, үҙенә, өләсәһенә ҡаршы һуғышыуын әйтеп, берәй мәктәп-интернатҡа урынлаштырыуҙы һораны. Сөнки ул уҡыған кластан алыуҙы һорағандар. Комиссия ултырышында ҡатнашыусылар ҡатынға малайҙы психологҡа күрһәтеп дауа алырға кәңәш итте. Берәй мәктәп эҙләргә вәғәҙә бирҙеләр. Тәртибе арҡаһында иҫәпкә ҡуйырға тура киләсәк.
Баланың ҡырын юлға баҫыуына иң элек өлкәндәр ғәйепле. Әсәһе улын бөтөнләй тәрбиәләмәгән. Йәш кенә көйө тапҡан да, үҙенең өләсәһе ҡарамағына ҡалдырып сығып киткән. Тағы ике-өс йылдан кейәүгә сығып ҡайтып төшкән, унан бер ҡыҙы бар. Үгәй атаһы малайҙы һыйҙырмай, ҡул күтәрә, әсәһе балаһын яҡлау урынына, үҙе лә йыш туҡмай. Өйҙә толҡа тапмаған бала көнө буйы урам ҡыҙырырға мәжбүр. Шунан «кәкүк-әсә» баланың атаһын табып, улын уға тапшырған. Атаһына ла кәрәкмәгән ахыры, юғиһә, үҙ яйын күреп урлашып йөрөмәҫ ине. Ата-әсәһенә кәрәкмәгән балаға нисек ярҙам итергә?
Тағы бер аяныслы хәл. Әсәнең эсеүе, айҙар буйы юғалып йөрөүе арҡаһында ғаилә тормошо селпәрәмә килгән. Ире комиссия ағзаларынан ҡатынын әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүҙе һораны.
— Балаларына бөтөнләй ҡул һелтәне, мин уларҙы ҡарап өйҙә ултырғас, ҡырға китеп эшләй алмайым. Ә ниндәй аҡсаға уларҙы ашатырға-кейендерергә? Яҙа-йоҙа эшләгән булам, етмәй. Бына яңғыҙ-әсәләргә пособие түләнә, ниңә ирҙәргә ярҙам юҡ? — тип аптыранды атай кеше. — Дауалап та ҡараныҡ, эсмәйем тип анттар бирһә лә, тағы башлай. Улай эсеүенә оҙаҡҡа бармаҫ инде. Балалар йәл. Тыуған көндәрендә, хатта туйҙарында ла өйҙә булманы.
Айыҡ, аҡыллы ирҙең әсенеүен, күңел кисерештәрен аңлаһаҡ та, был ҡатын, ысынлап та, төҙәлерлек түгел. Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ тигәндәй, көсләп дауалауҙың да файҙаһы булмаҫ.
Ултырышҡа саҡырылған бер ҡатын — биш бала әсәһе. Иң бәләкәйенә бер йәш. Был ҡатын да хәмер менән дуҫлашҡан. «Ниңә балаларығыҙҙы ҡарамайһығыҙ, ас йөрөтөп ҡуйғанһығыҙ», — тиеүгә: «Бер тапҡыр ғына эстем», — тип аҡланды. Иптәше эшләмәй. «Ниндәй аҡсаға йәшәйһегеҙ?» — тип ҡыҙыҡһынғас, «Шабашкала йөрөй», — тине.
— Аҡсағыҙҙы араҡыға бөтөргәнсе, балаларығыҙҙы ҡарағыҙ. Йәшһегеҙ, матурһығыҙ, ҡабат килмәгеҙ инде, — тип оялтҡас, «Бүтән эсмәйем» тигән булды.
Балаларҙың руль артына эсеп ултырыуҙары бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Яңыраҡ 14 йәшлек ҡыҙыҡай машина урлап, уның менән юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны. Етмәһә, уның эскән булыуы асыҡланды. Уның ата-әсәһе юҡ, штрафты опекунына һалырға тура киләсәк. Ултырышта бындай осраҡтарҙың күбәйеүе тураһында әйтелде. Балаларының ҡайҙа, нисек йөрөүен белмәгән ата-әсәләр тыныс күңел менән өйҙә йоҡлап ятамы икән? Ә улар эсә, праваһыҙ-рөхсәтһеҙ транспортты алып сыға. Бындай «шуҡлыҡтың» аяныслы хәлдәргә, фажиғәләргә килтереүе тураһында аңлатырға кәрәктер.
Тәртип боҙоп тотолған тағы бер баланың ата-әсәһенә штраф һалынды.
Бәлиғ булмағандар араһында тәмәке тартыу, алкоголизм һәм наркоманияны киҫәтеү буйынса үткәрелгән саралар хаҡында социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Ғафаров отчет тотто. Сәләмәт тормошто пропагандалаған конкурстар, лекциялар, форумдар, акциялар уҙған.