Рәсәй Президенты В. В. Путин 2021 – 2024 йылдарға коррупция менән көрәш буйынса милли планға ҡул ҡуйҙы. Документта төрлө ведомстволарға ришүәтселекте иҫкәртеү буйынса күрһәтмәләр бирелгән. Бынан тыш Президент ришүәт алыу осраҡтары тураһында хәбәр иткән граждандарҙы законлы яҡлау программаһын да раҫларға ҡушты.
Шулай итеп, милли план ниндәй пункттарҙан тора һуң?
Чиновниктарҙың килем һәм сығымдары тураһында отчеты
15 октябргә тиклем РФ Хөкүмәте власть органдарында эшләүселәрҙең декларациялар биреү тәртибен яҡшыртырға бурыслы. Йәғни, әле эшләп йөрөүсе чиновниктар ғына түгел, был урындарға дәғүә итеүселәр, уларҙың туғандары ла үҙҙәренең килемдәре, сығымдары тураһында отчет бирергә тейеш.
Бүләктәр алыу
Министрҙар кабинеты чиновниктар тарафынан төрлө бүләктәр алыу лимитын сикләү тураһында закон проекты әҙерләйәсәк.
Дәүләт сараларын маҡсатҡа ярашлы тотонмау
Нигеҙҙә коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡсаларҙы маҡсаттан тыш тотоноу осраҡтары ныҡлы тикшереләсәк. Был йүнәлеште Эске эштәр министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте контролдә тота.
Ришүәтселәр дәүләт хеҙмәтенә алынмай
Документҡа ярашлы, ҡасандыр аҙ ғына күләмдә лә ришүәт алған кеше ҡабаттан дәүләт власы органдарында эшләй алмаясаҡ.
Банк мәғлүмәттәрен ҡарау мөмкинлеге
Рәсәй Үҙәк банкы сер итеп билдәләнгән банк мәғлүмәттәрен Генпрокуратура һорауы буйынса күрһәтергә бурыслы. Бынан тыш Финанстар министрлығынан граждандарҙың һанлы активтарын контролдә тотоу буйынса тәҡдимдәр көтөлә.
Беҙҙең илдә коррупцияға ҡаршы етди көрәш булмауы ошондай хәлгә килтерҙе. Ана, Японияла, Кореяла күп уйлап тормайҙар, элекке президенттарын да рәшәткә артына ултырталар, хатта атыуға хөкөм итәләр. Шуға ла был илдәрҙә кеше аҡсаһына, айырыуса дәүләт ҡаҙнаһына ҡул һонорға шөрләйҙәр. Ә беҙҙә аҡса үҙләштереп кенә ҡалмайҙар бит, ә шул урлап йыйылған байлыҡ менән маҡтанырға, ҡупырайырға яраталар. Ставрополье ЮХХДИ-һы начальнигының алтын унитаздары ғына ни тора?!
Бындай күрһәтмә байлыҡҡа ынтылыу — ул сир тип билдәләй психологтар. Мәҫәлән, кеше бәләкәй саҡта аҡса, кинәт байығыу тураһында ныҡ хыялланған, әммә ата-әсәһенән тейешле аңлатма алмаған, йә уға иғтибар етмәгән һәм еңел аҡса табыу юлы килеп сығыу менән ул ҙур-ҙур йорттар һалып, уның эсен Хоҙай ҡушмаған йыһаз менән тултырырға тотонған. «Мине яратһындар өсөн бай булырға кәрәк», — тигән ышаныу нығынған уның психикаһында. Әйткәндәй, байлыҡты юғалтыу бындай «сирле»ләр өсөн фажиғәгә тиң.
Икенсенән, өйҙә алтын унитаз ҡуйыу теләге 90-сы йылдар атрибуты булараҡ та билдәләнә. Бандитлыҡ сәскә атҡан был осорҙа иң бай кешеләр генә ошондай йыһаз менән ҡуллана ала тигән фекер тотороҡланған. Шуға ла коррупционер үҙенең дәрәжәһен күтәреү, маһайыу өсөн кәрәкмәгән әйберҙәргә аҡса туҙҙыра.
Үҙенең бер кемдән дә кәм түгеллеген иҫбатлар өсөн социаль селтәрҙәр «иномарка» янында, сит ил курорттарында, ҡыйбатлы төнгө клубтарҙа төшкән фотолар менән тула. Русса әйткәндә, «понты дороже денег».
Әммә, белемле, үҙ-үҙен ихтирам иткән кеше бындай юлға бармай. Сөнки ул бер тин аҡсаны ла үҙең менән теге донъяға алып китеп булмауын яҡшы аңлай һәм әхлаҡты иң юғары урынға ҡуя.
Башҡорт мәҡәле лә байлыҡ — бер көнлөк, ти бит.