Төрлө хилафлыҡ уйлаған енәйәтселәрҙең тоҙағына эләгеү өсөн күп тә кәрәкмәй. Улар үҙҙәренең «ҡорбан»дарын алдап, аҡса таптырыу өсөн ниндәй генә юлдар уйлап тапмай. Телефон аша райондашыбыҙҙың аҡсаһын үҙләштергән тағы бер әҙәмдең эҙенә төштө ошо көндәрҙә район эске эштәр бүлеге тәүтикшереүселәре.
Асыҡланыуынса, республика райондарының береһендә йәшәгән ир «Бәйләнештә» социаль селтәрендә икенсе исем аҫтында теркәлә һәм «Танышайыҡ» тигән төркөмгә инеп, төрлө ҡатын-ҡыҙҙарға смс-хәбәрҙәр яҙа башлай. Ҡупшы һөйләшкән ирҙең алдыҡ һүҙҙәренә ышанған бер ҡатын беҙҙең райондан булып сыға. Бер аҙҙан улар, телефон номерҙарын бер-береһенә биреп, «Ватсап» аша яҙышыуҙы дауам итә. Наҙлы һүҙгә, комплименттарға һыуһаған гүзәл заттың тамам ышанысын яулағас, был ир унан интим характерҙағы фотоларын ебәреүен үтенә. Йәнәһе, һағынғанда ҡарап ултырырға инде.
Был әҙәмдең ихласлығына ышанған, уның менән ҡасан да булһа осрашыуға өмөт иткән ҡатын, был үтенестән баш тартмай, «Ватсап» аша үҙенең фотоларын ебәрә. Әммә «мөхәббәт» оҙаҡҡа бармай. Иртәгәһенә үк бәйләнешкә сыҡҡан енәйәтсе, был фотоларыңды туғандарыңа, таныштарыңа күрһәтәм, тип ҡурҡытып, ҡатындан аҡса таптыра башлай. «Аҡса ебәрһәң, фотоларҙы телефондан юйҙырам, башҡа һине борсомаясаҡмын», — ти үҙе. Үҙенең исеме һатылыуҙан ҡурҡҡан ҡатын, алдаҡсынан тиҙерәк ҡотолорға теләп, тәүҙә уға 2 мең һум аҡса ебәрә. Тик телефон аша янауҙар, шантаж туҡтамай. Һәм, дөйөм алғанда, ҡатын интернет аша танышҡан иргә 7 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Шунан һуң ғына полицияға мөрәжәғәт итергә ҡарар итә.
Һөҙөмтәлә алдыҡ юл менән байығырға теләгән кешенең шәхесе асыҡланды. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 163-сө статьяһының 1-се өлөшө буйынса эш асылды. Тикшереү тамамланғас, эш судҡа ебәрелде. Кеше аҡсаһын «һығыу» менән шөғөлләнгән әҙәмгә дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү йәки 80 мең һумғаса штраф янай.
Нурсилә ҺӨЙӨНДӨКОВА,
өлкән тәүтикшереүсе.