Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай әхирәтенең тыуған көнөнә киткән була. Оператив эҙләнеү барышында ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһе ауылдан алыҫ булмаған урына урманда табыла. Тәфтишселәрҙең нәтижәле һәм тиҙ эше һөҙөмтәһендә был енәйәтте ҡылыуға мөнәсәбәте булған кешеләрҙе йәһәт кенә тотоу мөмкин була. Улар — ошо уҡ районда йәшәүсе 21 һәм 24 йәшлек егеттәр булып сыға. Дәлилдәр килтерелгәс, улар икәүһе лә ҡыҙҙы нисек үлтереүҙәрен һөйләп бирә.
Тәфтишселәр билдәләүенсә, 26 августа бәлиғ булмаған балалар ауыл урамында әхирәттәренең тыуған көнөн билдәләй. Бер аҙҙан уларҙың компанияһына тағы ике егет ҡушыла һәм ҡунаҡты уларҙың береһенең өйөндә дауам итергә тәҡдим итә. Шәхси йорттағы табын тамамланғас, күптәр өйҙәренә таралыша, әммә ни өсөндөр был 15 йәшлек ҡыҙ тороп ҡала. Шунан ике егет уны көсләй һәм быуып үлтереп, мәйеттән ҡотола.
Был енәйәтте тикшереүҙе РФ Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр бастрыкин шәхси контроле аҫтына алды. Полиция енәйәтселәрҙең шәхесен тикшереп, 21 йәшлек егеттең быға тиклем урлашыу өсөн хөкөм ителгәнлеген, 24 йәшлек ирҙең законһыҙ рәүештә наркотик һаҡлағаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булыуын аныҡланы.
Һәләк булған ҡыҙ һәм уның ғаиләһе бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тормаған. Ҡыҙыҡай үҙе яҡшы уҡыған, мәктәпте тамамлағас уҡытыусы булырға хыялланған.