Кеше һәм закон
31 Августа 2021, 10:30

Техник күҙәтеү талаптары еңеләйә, әммә тикшерелмәгән машинаға ултырырға ҡыйыулығығыҙ етерме?

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, Эске эштәр министрлығында автомобилдәргә техник тикшереү талаптарын ябайлаштырырға ниәтләйҙәр.

Атап әйткәндә, дарыуҙар аптечкаһы, ут һүндереү баллоны һәм авариялы туҡталыш билдәһе булыу-булмауға иғтибар итмәйәсәктәр. Йәғни, был әйберҙәр машинаның хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирмәй. Элекке 82 талаптың 59-ы ғына ғәмәлдә ҡала. Тикшереү исемлегенән шулай уҡ тормоз системаһының коррозияға бирелеүе, тормоз торбаларының механик зыян күреүе, тәҙрәгә һыу һиптереү ҡорамалының төҙөклөгө, дәүләт номерын ҡуйыу тәртибе алып ташлана.

Яңы талаптар автоһәүәҫкәрҙәрҙе ҡыйбатлы ҡорамалдарға аҡса сарыф итеүҙән аралаясаҡ, тип иҫәпләйҙәр министрлыҡта.

Тик бындай етешһеҙлектәргә күҙ йомған килеш техник күҙәтеү «үткән» автомобиль юлда хәүефһеҙ йөрөй алырмы һуң? Тормоз системаһы төҙөклөгөнә иғтибар йүнәлтелмәгән машинаға ултырған кешеләр тейешле урынға имен-аман барып етә алырмы? Ярай, аптечка, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Тик хәҙер машина хужалары ут һүнереү баллоны ла, авариялы туҡталыш билдәлһе лә һорамайҙар тип, шикләнмәй руль артына ултырыр. Ә юлда ниндәй генә хәл булмай. Машинаңа ут тоҡанып китте икән (Аллам һаҡлаһын, әлбиттә), уны нисек һүндерергә? Йә трассала юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһаң, ҡараңғы ваҡытта авариялы туҡтарға мәжбүр булыуыңды нисек билдәләргә? Боҙолоп ултырған машинаны күрмәгән башҡа водителдәр яңылыш килеп бәрелмәҫ, тимәгеҙ... Етмәһә, 22 августан ғәмәлгә ингән законға ярашлы, ОСАГО тултырған осраҡта ла техосмотр ҡағыҙы талап ителмәй. Йәғни, автомобилдәрҙең техник төҙөклөгөн хәҙер берәү ҙә тикшермәй. Әммә шуныһы ла бар: 2022 йылдың 1 мартынан техник тикшереү тураһында документы булмаан водителгә 2 мең һум күләмендә штраф һалыныу хаҡында документ үҙ көсөнә инәсәк. Бына ошо ваҡытта инде техник күҙәтеү пункттарында ажиотаж күтәрелеүе ихтимал.

Техник күҙәтеү талаптары еңеләйә, әммә тикшерелмәгән машинаға ултырырға ҡыйыулығығыҙ етерме?
Техник күҙәтеү талаптары еңеләйә, әммә тикшерелмәгән машинаға ултырырға ҡыйыулығығыҙ етерме?
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас