Кеше һәм закон
7 Сентября 2021, 10:45

Сентябрҙән ниндәй закондарҙа үҙгәрештәр бар?

Рәсәй Юристар ассоциацияһынның Башҡортостан бүлексәһе ошо йылдың сентябренән көсөнә ингән закондар буйынса аңлатмалар бирҙе.

Рәсәй Юристар ассоциацияһынның Башҡортостан бүлексәһе ошо йылдың сентябренән көсөнә ингән закондар буйынса аңлатмалар бирҙе.

  • 8 йәшкә тиклемге балалар менән больничныйҙа булған ата-әсәләргә хеҙмәт хаҡы стажға ҡармайынса 100 процент күләмендә түләнә.
  • Юлда ҡуйылған фотовидеокамера теркәгән административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эш буйынса ҡарарға ялыуҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки судтың сайты аша бирергә була.

Ялыуға яуаптар дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа киләсәк һәм унда урынлаштырылғандың икенсе көнөнә хат тапшырылған тип иҫәпләнәсәк.

  • Студенттарға бер юлы бер нисә һөнәр алыу һәм икенсе курстан һуң башҡа факультеттарға күсеү мөмкинлеге бирелә. Аспиранттар өсөн диссертацияны мотлаҡ алдан яҡлау киренән ҡайтарыла.
  • Аптекаларға дарыуҙарҙы дистанциялы һатыуҙы рөхсәт итәләр, ә препараттарҙымаркетплейстарҙа һатып алырға мөмкин буласаҡ.
  • Рәсәйҙә Ҡомарлы уйындарҙы берҙәм көйләүсе (ЕРАИ) барлыҡҡа киләсәк, ул букмекерҙарҙың интернеттағы законһыҙ эшмәкәрлеген асыҡлап, ҡомарлы уйындар ойоштороусыларҙан алынған маҡсатлы түләмдәроҙе дөйөм Рәсәй спорт федерациялары һәм һөнәри спорт лигаларына йүнәлтәсәк.
  • Хеҙмәт кенәгәләрен алып барыу һәм һаҡлау тәртибе үҙгәрә. Һанлы вариант барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, элек бирелгән хеҙмәт кенәгәләре, уларға ҡушымталар көсөндә ҡала. Документта дистанциялы эшләгән хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеге сағыласаҡ. Хеҙмәткәрҙе эштән сығарыу тураһында мәғлүмәткә эштән китеүсенең ҡултамғаһы мот лаҡ түгел.
  • Социаль селтәрҙәр, сайттар шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә рөхсәт һорап, был мәғлүмәттәрҙең ни өсөн кәрәк булыуын күрһәтергә тейеш. Ҡулланыусы үҙе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе таратыуҙы тыйыуға хоҡуҡлы.
  • Ағас питомниктарын булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре нығытылды. Ер һәм урман участкаларында кәрәкле ифраструктура булырға тейеш.
  • Финанс ойошмаларға ҡулланыусыларға яһалыусы операциялар тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреү бурысы йөкмәтелде,
  • Инвалидтарҙы реабилитация саралары менән тәьмин итеү өсөн электрон сертификат булдырыла. Уны теләһә ҡайһы магазинда, шул иҫәптән онлайн һатып алыуҙарҙа файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
  • Поезға билеттарҙы ҡулланыусыларҙы дәүләт хеҙмәте порталындағы иҫәп яҙыуҙары ярҙамында тиңләштереп, пассажирҙар ташыусының ҡушымталары йәки тимер юлы инфраструктаруһы хужаһы аша һатырға мөмкин буласаҡ. Сирле пассажирҙы поездан төшөрөп ҡалдырырға ярамамй.
  • Һаҡлау осоро 40 тәүлектән артҡан һөт продукттарын мотлаҡ маркировкалау индерелә.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас