Кеше һәм закон
9 Сентября 2021, 06:15

Радий Хәбиров Рәмилә Сәйетова тураһында

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә «Эхо Москвы в Уфе» радиостанцияһы шеф-мөхәррире Руслан Вәлиев ҡулға алынған башҡорт ҡатындары Илмира Бикбаева һәм Рәмилә Сәйетова тураһында һорауҙар бирҙе.

И. Бикбаева хөкөм ителгән сәйәсмән А. Дилмөхәмәтовтың әсәһенә аҡса күсереп, шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм ителһә, Рәмилә Сәйетова асыҡ рәүештә экстремизмға саҡырыуҙа ғәйепләнә. Ҡатындарҙың һуңғыһы бер йыл СИЗО-ла ултыра һәм уны өйҙәге арестҡа күсереүгә рөхсәт итмәйҙәр. «Хоҡуҡ һаҡлау системаһының бындай алымдары бигерәк ҡәтғи тип уйламайһығыҙмы?» — тине һорау биреүсе.

Радий Хәбиров бындай һорауҙарға яуап биреү өсөн законлы вәкәләткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Рәмилә Сәйетова буйынса. Йәшермәйем, уны бығау кейҙереп суд залына килтергән видеоны күрҙем. Һәм дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ миңә ул йәл. Бикбаева буйынса ла шуны уҡ әйтә алам. Мин һәр ваҡыт шәфҡәтлелек өсөн, әммә шундай хәлдәр була: уйламай әйтелгән бер һүҙ ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә. Минең һүҙҙәрем процессуаль ҡарарға бер нисек тә тәьҫир итергә тейеш түгел, әммә беҙ шундай һүҙҙәрҙең һәм аҙымдарҙың шаһиты булдыҡ. Һәм улар ғәмәлдәге закондарға ҡырҡа ҡаршы килә ине. Кеше мөһим ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарырлыҡ һүҙҙәр әйтә икән, улар өсөн яуап бирергә тейеш, — тине Р. Хәбиров.

Радий Хәбиров Рәмилә Сәйетова тураһында
Радий Хәбиров Рәмилә Сәйетова тураһында
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас