+15 °С
Облачно
Быйыл июль айында ОСБ плитәләренә хаҡ (ә был тауарҙы етештереү менән тап «Кроношпан» һәм «Салаватстекло» заводтары шөғөлләнә) 300 процентҡа артты. Нигеҙһеҙ юғары хаҡ ҡуйыу арҡаһында предприятиеларға ФАС тикшереүе килгән. Әлегә конкуренцияны боҙоу буйынса административ протоколдар төҙөлгән, заводтарҙың ғәйебе аныҡланған хәлдә уларға юғары штрафтар һалынасаҡ.