Район эске эштәр бүлеге тәүтикшереүселәре тарафынан урамда ҡалдырылған автомобиль салондарынан әйберҙәр урлау буйынса бер нисә енәйәт эше тикшерелде һәм судҡа ебәрелде.
Былтыр йәй Оло Ғәбдин ауылында, ҡараңғы төндәрҙең, береһендә билдәһеҙ кеше ҡапҡа алдында торған Лада Гранта машинаһының дүрт тәгәрмәсен урлай.
Район үҙәгендә лә ошондай хәл була. Асҡар ауылы кешеһе, иҫерек килеш, «Фиат Альбеа» машинаһының тәҙрәһен ватып, салондың эсенә инә һәм унда ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһын табып ала. Артабан ул, үҙенең енәйәти уйын тормошҡа ашырып, ошо сумканы, уның эсендә булған 4 мең һум аҡсаны һәм кеҫә телефонын сәлдерә. Тағы бер осраҡ Асҡар ауылының Төньяҡ биҫтәһендә теркәлә. Төнгө сәғәт 2-лә, йорт хужалары йоҡлағас, алдан уҡ планлаштырған уйын тормшҡа ашырып, ҡапҡа тышында торған ГАЗ-322132 автомобилен аса. Һәм машинала булған йылытыу ҡорамалын, 9 мең һум аҡсаны һәм башҡа әйберҙәрҙе ала.
Был урлашыу осраҡтарын тикшереп, РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса эш асылды. Кеше мөлкәтенә ҡул һоноусылар асыҡланды, улар суд ҡарарына ярашлы, үҙ ҡылығы өсөн яуап бирәсәк. Әммә автомобиль хужаларына ла уяулыҡ ҡамасауламаҫ ине. Машинағыҙҙы төнгөлөккә урамда ҡалдырмағыҙ, аҡса, телефон, сумка кеүек ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе, документтарығыҙҙы салонда ҡалдырмағыҙ, өйгә индерегеҙ.
З. ХӘСӘНОВ,
тәүтикшереүсе.