Һаҡлыҡ банкына эшкә килгәнгә тиклем, Марина Ракова РФ мәғариф министры урынбаҫары вазифаһын биләй. Тап ошо осорҙа ул «Мәғариф» милли проектына йүнәлтелгән аҡсаға ҡул һона, тип билдәләй тәфтишселәр. Уның буйынса федераль эҙләү иғлан ителгән. Фаразлауҙарынса, экс министр урынбаҫары, үҙенең әшнәләре менән берлектә 50 миллион һумдан ашыу хөкүмәт аҡсаһын урлаған. Әлеге ваҡытта ул Украина биләмәһендә булыуы ихтимал.