Кеше һәм закон
13 Октября 2021, 11:35

Янғын һағы хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше асылды

Тәфтиш комитеты идаралығынан белдереүҙәренсә, былтыр декабрь айында Ишбулды ауылында янып киткән социаль учреждениела 11 кешенең һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү дауам итә.

Һәм ошоға бәйле, ҡарттар йортоноң янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап биреүен ныҡлап тикшермәгән хеҙмәткәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтиш комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, Учалы район-ара янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы урынбаҫары коммерциялы булмаған учреждениены ғинуар айында барып ҡараған, уның янғын хәүефһҙелеге талаптарына яуап бирмәүен асыҡлаған. Әммә ике ҡатлы бинала урынлашҡан, эвакуацион сығыу урыны булмаған йортта, хәрәкәт итә алмаған, тимәк үҙ аллы эвакуацияланыу мөмкинлеге булмаған кешеләр урынлаштырыуын белә тороп та, артабан был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса бер ниндәй сара күрмәгән. Йыл дауамында башҡаса был йортта бер ниндәй тикшереү үткәрелмәгән. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған, тикшереү бара әле.

Янғын һағы хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше асылды
Янғын һағы хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше асылды
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас