Кеше һәм закон
20 Октября 2021, 11:35

Ялған белешмә яһаусыларға яуаплылыҡ арта

Рәсәйҙә коронавирусҡа вакцина яһатыу тураһында интернет аша ялған сертификаттар һатыусылар бизнесы «сәскә ата».

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы бындай мутлыҡ ҡылыусыларға ҡарата язаны ҡәтғиләштерергә кәрәк, тигән ҡарарға килде, сөнки ялған сертификат эшләтеүселәр вакцина яһатыуҙан ҡасып ҡала һәм ковид таралыу хәүефен арттыра.

Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ошондай сайттарға сертификат алырға йәки ковид менән сирләү хаҡында белешмә һатып алырға тип мөрәжәғәт итеп, енәйәтселәрҙе асыҡлау менән шөғөлләнә. Йәғни «контроль һатып алыу» башҡара. Быйыл ялған документ етештереүселәргә ҡарата 41 енәйәт эше асылған.

Әйткәндәй, дөрөҫлөккә тап килмәгән QR-код менән йөрөүселәргә ҡарата ла енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.

Ялған сертификат яһаусыларҙы ике йылға хәтлем иректән мәхрүм итергә, әгәр ул был шөғөлөн бер нисә тапҡыр тормошҡа ашырған икән, дүрт йылға ултыртырға тәҡдим итәләр.

Ялған белешмә яһаусыларға яуаплылыҡ арта
Ялған белешмә яһаусыларға яуаплылыҡ арта
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас