Октябрь айы ил төбәктәрендә ялған спиртлы эсемлектәр эсеп һәләк булыу осраҡтары күп теркәлеүе менән хафаға һалды. Был ҡурҡыныс хәлдәр 7 октябрҙә Ырымбур өлкәһендә башланды. Унда составында метанол спирты булған эсемлек һатып алған 30-ҙан ашыу кеше вафат булды. Прокуратура тикшереүе башланып та өлгөрмәне, Свердловск өлкәһендә ошондай уҡ ваҡиғалар теркәлде. Бында 16 кеше суррогат ҡорбаны булды.
Тәфтиш комитеты урындарҙа ағыу менән сауҙа иткән бер нисә эшҡыуарҙы ҡулға алып, тикшереү башлаған.
Депутат Хамзаев әйтеүенсә, ғәмәлдәге Енәйәт кодексы ике һәм унан күберәк кешенең үлеменә килтергән ағыулы продукция һатҡан кешене 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе ҡарай. Шул уҡ ваҡытта эскән килеш ҡылынған аварияла ике һәм унан күберәк кеше һәләк булһа, водитель 12 йылға хәтлем рәшәткә артына оҙатыла. Тимәк, ағыулы спирт һатыусы шундай уҡ енәйәт ҡыла, әммә әҙерәк яза ала, тигән һүҙ. Шуға Хамзаев тиҫтәгә яҡын кешене һәләк иткән бындай «эшҡыуарҙарҙы» 20 йылға иректән мәхрүм итергә кәрәк тип иҫәпләй.