Кеше һәм закон
29 Октября 2021, 09:45

8 йәшлек ҡыҙыҡайҙы урлаған ир тотолған

Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, октябрь башында бәлиғ булмаған балаға «бәйләнгән» ир, ошо көндәрҙә, ниһайәт, хоҡуҡ һаҡсыларына эләккән.

Тикшереү барышында шул асыҡланған: Бәләбәй районында йәшәгән 57 йәшлек ир, Бүздәктә булғанда, мәктәптән ҡайтып барған 8 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙы үҙенең «Лада Ларгус» машинаһына ултырырға саҡырған, «өйөгөҙгә алып барам» тигән ул. Малайҙы ул, ысынлап та, һораған урында төшөрөп ҡалдырған, ә ҡыҙыҡайҙы «әйҙә, машина йөрөтөп ҡарағың киләме» тип алдаштырып, зыярат яғына алып киткән һәм шунда үҙенең әшәке уйын тормошҡа ашырған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре шаһиттарҙы һорашып, видеокүҙәтеү камераларын ҡарап, енәйәтсенең шәхесен асыҡлаған.

Педофил үҙ ғәйебен таныған. Уға 20 йылға хәтлем иректән мәхрүм итеү янай.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас