+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Ноябрь 2021, 10:34

Тәүәккәл тәфтишсе

Тәфтишсе булып үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, Рәсәй закондарын яҡшы белгән, төплө юридик белеме булған, сабыр һәм тәүәккәл кешеләр генә эшләй ала. Район эске эштәр бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Руслан Хәсәнов тап шундай — үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәр.

Тәүәккәл тәфтишсе
Тәүәккәл тәфтишсе

 


Рәсәйҙә көн һайын йөҙәрләгән енәйәт ҡылына. Уларҙың һәр береһе буйынса тиҫтәләгән дәлил табырға, шиклеләрҙе асыҡларға, шаһиттарҙан күрһәтмәләр алырға, ваҡиға урынына сығып, анализларға, бихисап документ тултырырға һәм енәйәтсене яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Ошондай мәшәҡәтле, ҡатмарлы хеҙмәт эске эштәр бүлегендә тәфтишселәр иңенә һалынған. Был һөнәрҙе һайлаған кеше йыш ҡына үҙенең шәхси ваҡыты тураһында оноторға, тикшереүҙе осона алып барып сығарыу, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр табыу өсөн көноҙоно эштә ҡалырға мәжбүр. Шуға күрә тәфтишсе булып үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, Рәсәй закондарын яҡшы белгән, төплө юридик белеме булған, сабыр һәм тәүәккәл кешеләр генә эшләй ала. Район эске эштәр бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Руслан Хәсәнов тап шундай — үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәр.
Руслан 1-се Асҡар урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Сибайҙағы политехник колледжға уҡырға инеп, автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау белгесенә уҡып сыға. Әммә был йүнәлештә эшләргә ашыҡмай егет, сөнки шәхси өлгөһө уның күҙ алдында була: бер туған ағаһы Ринат Хәсәнов, «ҡыҙыу нөктә»лә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеп йөрөй. Шуғалыр ҙа, Руслан да ошо еңел булмаған һөнәрҙе һайларға була. Өфө юридик институтының тәфтишселәр әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Биш йыл дауамында казармала йәшәп, юрист һөнәренең бөтә нескәлектәрен үҙләштереп, ҡатмарлы имтихандарҙы уңышлы тапшырып, бергә уҡыған иптәштәре араһында абруй ҡаҙанып, лейтенант дәрәжәһенә етеп, тәфтишсе дипломын алып сыға. «Юридик институтта йыш ҡына дәрестәрҙе эшләп йөрөгән тәфтишселәр уҡытты, енәйәтте нисек тикшерергә, бер шикле әйберҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, хәйләкәр ҙә булырға өйрәттеләр, ғөмүмән, төплө тәжрибә бирҙеләр», — тип хәтерләй студент йылдарын белгес. Әйткәндәй, уларҙың төркөмө Өфө юридик институтында тәфтиш йүнәлешендә белем алған тәүге сығарылыш була. Курсант сағында уҡ баш ҡалалағы эске эштәр бүлектәрендә тәжрибә туплаған яҡташыбыҙға ошонда уҡ эшкә ҡалырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп, 2006 йылда Руслан Хәсәнов Өфө ҡалаһының Октябрьский районы эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш тәфтишсенең тәүге эше — 158-се статья, урлашыу буйынса һаҡ аҫтына алынған ике әҙәмдең ғәйебен раҫлау була. Уларҙың береһе шунда уҡ урлашыуын таныһа ла, икенсеһе минең бер ниндәй ҡатнашлығым юҡ, тип баш тартып маташа. Төрлө юлдар, төрлө алымдар ҡулланып, барыбер тегеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға өлгәшә Р. Хәсәнов. Октябрьский районы бүлегендә ул өс йыл намыҫлы хеҙмәт итә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәт эштәрен аса, иҡтисади енәйәттәр буйынса эшләргә өйрәнә. «Артабан да баш ҡалала эшләп, үҫешергә мөмкинлектәр бар ине, тик, дөрөҫөн генә әйткәндә, һаман тыуған йорттан, туғандарҙан ситтә йөрөү, кеше фатирында йәшәү ялҡытты, — ти әңгәмәсем. — Әбйәлилгә ҡайтырға ҡарар иттем. Әммә тәүтикшереү бүлегенә конкурс һынауҙарын үтеп бөтөүгә, был вакансия ҡыҫҡартылырға өлгөрҙө. Шуға суд приставтары хеҙмәтенә килдем». Ябай суд приставы булып эшләмәй Руслан Зөлфәр улы — үҙ йүнәлешен дауам итеп, тәфтишсе сифатында алына был хеҙмәткә. Йәғни күпләп бурыстар йыйылыуы арҡаһында енәйәт эше ҡуҙғатылған кешеләрҙе, кредит, алимент түләмәүселәрҙе асыҡлау менән булыша. Бер йыл эсендә 312-се статья буйынса 6 енәйәт эше ҡуҙғатып (ә республика буйынса был күрһәткес йылына 1 – 2 генә була), ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ өлгөһө күрһәткәне өсөн юғары баһаға лайыҡ була — Федераль суд приставтарының «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Ҡара диңгеҙгә путевка менән бүләкләнә.
Был мәлгә ул тыуған районында ныҡлы төпләнә — һөйгән ҡыҙы Рита менән ғаилә ҡора, йорт һатып ала.
Алты йыл суд приставы хеҙмәтендә көс түгеп, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Руслан Хәсәновты район эске эштәр бүлегенә саҡыралар — тәфтишселәр етмәгән, енәйәтселәрҙе асыҡлау өсөн оҫта, ныҡыш хеҙмәткәрҙәр талап ителгән ваҡыт була. Шул арала был бүлектең начальнигы хаҡлы ялға китә һәм бер ни тиклем осор ошо яуаплы вазифаны Руслан Зөлфәр улының үҙенә тартырға тура килә. Йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы башҡара ул, төнгә хәтлем өйөнә ҡайтмаһа ла, бөтә дәлилдәрҙе, шаһиттар күрһәтмәләрен барлап, эште судҡа ебәреүгә, тәфтишселәрҙең дөйөм эшен ойоштороуға бар тырышлығын һала. Айына 10 – 15 енәйәт эшен ҡарарға тура килгән мәлдәр була, тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла баш ҡалҡытмай эшләргә тура килә. Хатта күрше райондарҙан ярҙамға коллегалары ебәрелә. Шулай ҙа ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы сыға ала улар: бер эш тә һуңлатылмай, енәйәт ҡылыусылар язаһыҙ ҡалмай.
«Ауыр контингент, бурҙар, кеше талаусылар менән эшләйһегеҙ, кеше ғүмерҙәре ҡыйылған юл фажиғәләрен тикшерергә тура килә, бындай сетерекле мәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, рухи яҡтан һынмаҫҡа нимә ярҙам итә?» — тип һорайым тәфтишсенән. «Мин үҙем ғаиләлә кинйә малай булғанғамы, әллә ни бошоноп барған кеше түгелмен, — тип көлә әңгәмәсем. — Полицияла хеҙмәт итеүселәр бындай күренештәргә өйрәнеп тә китәлер, бәлки. Енәйәтселәрҙең дә төрлөһө була, бөтәһен дә бер бизмәнгә һалып үлсәргә ярамай. Әммә барыһы ла закон алдында бер тигеҙ яуап бирергә тейеш. Эштән арып, баш ҡатып киткәндә, йорт мәшәҡәттәре, төҙөлөш, кәләшем, балаларым, туғандарым менән аралашыу ярҙам итә».
Юстиция майоры, өлкән тәфтишсе Руслан Хәсәнов енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә тос өлөш индергәне, оператив эшмәкәрлектәге юғары күрһәткестәре өсөн муниципаль район хакимиәтенең почет грамотаһы менән билдәләнгән.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: