+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
11 Ноябрь 2021, 16:45

Инспекторҙарҙан ҡасып йөрөгән өсөн өс йылға ултыртып ҡуйыуҙары ла бар

Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексындағы үҙгәрештәргә ярашлы, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары сигналына иғтибар бирмәй, машинаһында ҡасҡан водителдәргә 40 мең һумғаса штраф йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай

Шикле автомобилгә туҡтау сигналы бирһә лә, водитель уны һанға һуҡмай, һыпыртһа, инспекторҙар уны баҫтырып туҡтатырға мәжбүр була. Ә был үҙ сиратында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡалар өсөн ҡурҡыныс хәл тыуҙыра, авария хәүефе менән янай. Юстиция министрлығы әҙерләгән төҙәтмәләргә ярашлы, бындай водителдәрҙе ҡәтғи яуаплылыҡҡа тарттырып буласаҡ. Водителдәр өсөн яза төрҙәрен арттырыу күптән көнүҙәк һанала һәм Административ кодексҡа шуның өсөн төҙәтмәләр индереү талап ителә ине.

Башҡа төрлө штрафтар артыуы ла көтөлә. Мәҫәлән, икенсе тапҡыр уҡылмаған номер тағы йөрөгән автоһәүәҫкәргә 5 мең һум штраф һалынасаҡ йәки ул 3 айға "права"һынан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Быны шулай тип аңларға кәрәк: водитель бысраҡ юлда китеп бара икән, һәм уның номеры уҡылмай тип туҡтатҡан инспектор уға протокол төҙөп, 500 һум штраф һала. Водитель номерын һөртөп, таҙалап ала ла, артабан юл тота. Әммә ул тағы бысрана һәм уҡылмаҫлыҡ хәлгә етә. Ошо мәлдә уны икенсе инспектор туҡтата. Был юлы иһә штраф күләме 5 мең һумға етә! Эш судта ҡарала. Әгәр был төҙәтмә үҙ көсөнә инһә, ямғыр яуып торған, бысраҡ юлда йөрөмәү яҡшыраҡ инде. Машинанан сүп-сар ташлап киткән өсөн дә штраф артасаҡ. Физик берәмектәр 2 - 3 мең һум, юридик берәмектәр 30 - 100 мең һум түләйәсәк. Был осраҡта һүҙ машина тәҙрәһенән ырғытылған тәмәке төпсөгө тураһында бармай. Ә тыйылған урында, мәҫәлән, юл буйынса машинанан ҡый тулы моҡсай сығарып ултыртып киткән өсөн яза бирелә.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: