-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
14 Ноябрь 2021, 20:25

Өс көн эсендә 47 иҫерек водитель тотолған

Республика юлдарында ял көндәрендә үткәрелгән рейдтарҙың һөҙөмтәләре билдәле булды

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, йоманан йәкшәмбегә хәтлем бөтә райондарҙа рейдтар уҙғарылды. Ошо ваҡыт эсендә юл ҡағиҙәләрен боҙған 2 меңдән ашыу кешегә административ протокол төҙөлгән, машинаға эсеп идара иткән 47 водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған. Өфөнөң үҙендә генә 19 иҫерек водитель асыҡланған. Быйыл ғына эскән водителдәр арҡаһында Башҡортостанда 256 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 54 кеше һәләк булған, 338 кеше йәрәхәтләнгән. Иҫерек автоһәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығында иң күп авариялар Өфөлә, Баймаҡ, Белорет, Туймазы райондарында теркәлгән.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: