Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Декабрь 2021, 16:55

Полиция, кәрәк икән, өйҙәргә һәм автомобилдәргә үтеп инә аласаҡ

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары полиция хеҙмәткәрҙәренең вәкәләттәрен арттырыу тураһында закон проектын хупланы.

Полиция, кәрәк икән, өйҙәргә һәм автомобилдәргә үтеп инә аласаҡ
Полиция, кәрәк икән, өйҙәргә һәм автомобилдәргә үтеп инә аласаҡ

Документ эске эштәр бүлектәрендә эшләүселәргә, енәйәтсене тоторға кәрәк булһа, фатир һәм өйҙәргә, ихаталарға үтеп инергә рөхсәт бирә. Улар хәҙер хатта шикле кеше йәшенеп ултырған автомобилдең ишеген дә емереп аса аласаҡ. Әлбиттә, был автомобиль йәки унда ултырған кеше йәмәғәтселеккә хәүеф менән янаһа. Теракт хәүефе булһа бигерәк тә. Әгәр машинала шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр алынһа, уны автомобиль эйәһенән һорамайынса ла асасаҡтар. Тик тәүлек эсендә хужаһын иҫкәртергә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене тотоу өсөн машинаға, өйҙәргә үтеп ингән осраҡта килтерелгән зыян өсөн яуап бирмәйәсәк.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас в