Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
10 Декабрь 2021, 16:40

Башҡортостан юристары 3 меңдән ашыу кешегә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәткән

Өфөлә барған Бөтә Рәсәй юридик форумы сиктәрендә сараның модераторы Ирина Паьнки йыл дауамында Башҡортостан Юристар ассоциацияһы 3,5 мең кешегә бушлай ярҙам күрһәтелеүе тураһында белдерҙе.

Башҡортостан юристары 3 меңдән ашыу кешегә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәткән
Башҡортостан юристары 3 меңдән ашыу кешегә бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәткән

Мөрәжәғәт итеүселәр нигеҙҙә түләүле хоҡуҡи ярҙам алырға хәлдәренән килмәгән категориянан: пенсионерҙар, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, инвалидтар һәм эшһеҙҙәр.

Урындарҙа БР Юристар ассоциацияһының 7 бүлексәһе асылған, 12 бушлай юридик ярҙам үҙәге булдырылған. Киләһе йыл бөтә муниципалитеттарҙа ла ассоциация бүлексәләре эшләйәсәк тип әйтелде форумда.

Бынан тыш юристар кәңәшенә мохтаж булһағыҙ “ПростоПраво” онлайн үҙәккә мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас в