+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
14 Декабрь 2021, 09:25

93 миллион һум ҡайҙа булған?

Илдең әле был, әле теге өлкәләрендә милли проект аҡсаһына ҡул һоноусы нәфсе чиновниктар табылып тора. 

Киров ҡалаһында ошо көндәрҙә  мәғлүмәт технологиялары буйынса элекке министрға ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Ул "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә бүленгән аҡсаны маҡсатҡа ярашлһыҙ тотоноуҙа ғәйепләнә. Был статья буйынса ғәйепләнеүсегә 10 йылға хәтлем иректән мәхрүм ителеү ҡаралған. Экс-министр былтыр июнь айында ҡулға алынған. Ул мәлдә чиновник видеотеркәү камераларын алыуға йүнәлтелгән 78 миллон һумды үҙләштереүҙә ғәйепләнә ине. Тикшереү барышында, прокуратура дәүләткә килтерелгән зыян күләменең 93 миллион һумдан ашыу булыуын асыҡланы. Эш судҡа ебәрелгән, экс-министр хөкөм ҡарарын көтә.

Автор:
Читайте нас: