+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
14 Ғинуар 2022, 15:10

Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерелде

Федераль закондарға ярашлы РФ Хеҙмәт кодексының эш ваҡыты режимына, хеҙмәткәрҙәрҙе командировкаға ебәргәндә билдәләнгән гарантияларға һәм граждандарҙың соцаль яҡланмаған категорияһына хеҙмәткә түләүҙе көйләү үҙенсәлектәренә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелде.

Федераль закондарға ярашлы РФ Хеҙмәт кодексының эш ваҡыты режимына, хеҙмәткәрҙәрҙе командировкаға ебәргәндә билдәләнгән гарантияларға һәм граждандарҙың соцаль яҡланмаған категорияһына хеҙмәткә түләүҙе көйләү үҙенсәлектәренә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелде.
14 йәшкә тиклемге йәки ошо йәштәге тәрбиәгә алынған баланы бер үҙе тәрбиәләүсе ата йәки әсә төнгө эшкә йәлеп ителмәй. Элек бындай талап биш йәшкә тиклемге балалары булғандарға ғына ҡағылды.
14 йәшкә тиклемге балаһы булған ата йәки әсәнең берәүһе вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләһә, шулай уҡ ун һигеҙ йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булған хеҙмәткәрҙәр (иң бәләкәйенә 14 йәш тулғанса) төнгө эшкә уларҙың яҙма ризалығы менән генә йәлеп ителә.
Үҙгәрештәр граждандарҙың социаль яҡтан яҡланмаған категорияларына ла ҡағылды. Хеҙмәткәрҙәрҙе командировкаларға ебәргәндә өҫтәмә гарантиялар ҡаралған.
Хәҙер инвалидтарҙы командировкаларға уларҙың яҙма ризалығы булғанда һәм медицина белешмәһенә ярашлы сәләмәтлек торошо буйынса рөхсәт ителһә генә ебәрергә мөмкин. Әйтеп үтелгән хеҙмәткәрҙәр яҙма рәүештә командировкаға барыуҙан баш тарта алыу хоҡуғы менән таныштырылырға тейеш.
Коллектив килешеү буйынса беренсе төркөм инвалиды булған ғаилә ағзаһын йәки туғанын тәрбиәләгән хеҙмәткәрҙәргә йыл һайын өҫтәмә отпуск бирелергә мөмкин, тик был осраҡта эш хаҡы түләнмәй.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ,
прокурор ярҙамсыһы.

Эш хаҡын түләмәгән өсөн яуаплылыҡ
Эш биреүсенең яуаплылығы РФ Хеҙмәт Кодексы менән нығытылған, уға ярашлы хеҙмәт тураһындағы законды һәм норматив акттарҙы боҙған ойошма етәксеһе йәки башҡа вазифауи кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Эш хаҡын түләмәүҙә ғәйеплеләр дисциплинар, административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тартты-рылырға мөмкин. Атап әйткәндә, административ штраф һалыу ҡаралған. Ярты йыл эсендә тағы бер тапҡыр хеҙмәт законын боҙоуы асыҡланһа, ул етәксе бер йылдан өс йылға тиклем биләгән вазифаһынан бушатыла. Үҙенә файҙа алыу маҡсатында өс ай дауамында эш хаҡын һәм башҡа түләмдәрҙе (пенсия, пособие стипендия) өлөшләтә түләмәгән өсөн етәксегә ҡарата енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Ике айҙан ашыу эш хаҡы бөтөнләй түләнмәһә, етәксе өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Әгәр эш хаҡын ваҡытында алмау сәбәпле, мәҫәлән, аҡсаһы булмағанлыҡтан, кеше кәрәкле дарыуҙарҙы һатып ала алмаһа һәм дауаханаға эләкһә, ойошма етәксеһен 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү яуаплылығы ҡаралған.
Роман ХУДЯКОВ,
прокурор ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас: