+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Апрель 2022, 10:15

Яуап тоторға тура киләсәк

Нацист атрибутикаһын файҙаланған өсөн

 2002 йылдың 25 июлендә ҡабул ителгән 114-се “Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу тураһында”ғы Федераль Законда билдәләнгәнсә нацист атрибутикаһы йәки символикаһын пропагандалау экстремистик эшмәкәрлеккә инә.

  “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡы Еңеүен мәңгеләштереү тураһында”ғы Федераль Закондың 6-сы статьяһында ла нацист символикаһын файҙаланыу тыйылған. Был һуғыш ҡорбандары һәм күп милләтле халыҡты кәмһетмәү маҡсатында эшләнгән. Нацист символикаһы тип немец эшселәре партияһы файҙаланған свастика, байраҡ, униформа атрибуттары, сәләмләү һәм паролдәр әйтелә.

  Законға ярашлы, экстремистик эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит ил граждандары, шулай уҡ гражданлығы булмаған кешеләр, вазифалы һәм юридик шәхестәр Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.3-сө статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.

  Район прокуратураһы эске эштәр бүлеге менән берлектә уҙғарылған тикшереү барышында Әбйәлил районы кешеһенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси битендә нацист атрибуттары һәм символикаы күрһәтелгән файлдар ҡуйыуын асыҡланы.

  Суд район прокуроры тарафынан үрҙә әйтелгән статьяның 1-се өлөшөндә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу тураһында асҡан эште ҡарағандан һуң, ғәйеплегә 1000 һум күләмендә штраф һалған. Бынан тыш, район прокуроры экстремистик йүнәлештә хоҡуҡ боҙоу өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу хаҡында киҫәтеү биргән.

Н. ЯХИН,

прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.

 

Автор:
Читайте нас: