+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
28 Апрель 2022, 08:00

Республикала милли проектты тормошҡа ашырғанда мутлашыу асыҡланды

Прокуратура милли проект буйынса контрактты үтәүҙә законды  боҙоуҙар тапҡан.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда прокуратура тикшереүенән һуң «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын тормошҡа ашырғанда мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 2021 йылдың октябрендә Башҡортостандың  Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы Бәләбәй, Салауат һәм Учалы ҡалаларындағы «Минең бизнесым» офисында проект-монтаж эштәре өсөн подрядсы менән килешеү төҙөгән. Килешеүҙең дөйөм хаҡы 6,7 миллион һум тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә заказсы эштәрҙе тулы күләмдә ҡабул иткән һәм түләгән. Һуңынан прокурор тикшереүе килешеү шарттары 720 мең һумға үтәлмәүен асыҡлай. Был енәйәт эше ҡуҙғатыуға сәбәпсе булған да инде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: