Башҡортостанда барлыҡ категория ер участкаларында дәүләт кадастр баһаламаһы тамамланды. Был эште Башҡортостандың Дәүләт кадастр баһаламаһы һәм техник инвентарлаштырыу дәүләт ойошмаһы тарафынан үткәрелгән.
- Башҡортостанда баһалама эштәре буйынса отчет проекты әҙерләнгән. Унда 1823320 ер участкаһына кадастр баһаламаһы бар. Был – ауыл биләмәһе, ауыл хужалығы, сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән, айырыуса һаҡланған биләмәләр һәм объекттар, запастағы ерҙәр, һыу, урман фонды, - тип аңлата “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярова.
“Росреестр”ҙың сайтында (https://rosreestr.gov.ru/) был алдан әҙерләнгән отчет менән таныша һәм 8 июлгә тиклем үҙ иҫкәрмәләрегеҙҙе белдерә алаһығыҙ.
Был сайттағы Дәүләт кадастр баһаламаһы фондындағы ер участкаһын кадастр һаны буйынса эҙләү процесты күпкә еңелләштерәсәк.
Ер участкалары, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттарҙы, шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын үҫеше буйынса совет кәңәшмәләренең береһендә тормошҡа ашырыу 2024 йылда ғына сикләнмәйәсәк, 2030 йылға тиклем оҙайтыла тип белдергәйне.