Кеше һәм закон
18 Июля 2022, 12:03

Путин «резина» фатирҙар менән көрәшеү законына ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин алты квадрат метрҙан аҙыраҡ микроөлөшлө торлаҡты бүлеүҙе тыйған законға ҡул ҡуйҙы.

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин алты квадрат метрҙан аҙыраҡ микроөлөшлө торлаҡты бүлеүҙе тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Төҙәтмәләр Торлаҡ кодексының 30-сы статьяһына индерелгән. Норманы боҙған килешеүҙәр иҫәпләнмәйәсәк. Әммә алты квадрат метрҙан кәмерәк өлөш мираҫҡа алыу, хосусилаштырыу йәки әсәлек капиталы иҫәбенә һатып алыу осраҡтары иҫәпкә алынмаясаҡ.

Яңы закон 2022 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инә.

Автор:
Читайте нас