-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
23 Ғинуар 2023, 09:19

Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған

2023 йылдың 18 ғинуарына тиклем 54 контроль-күҙәтеү сараһы үткәреү һөҙөмтәһендә...

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың утыҙҙан ашыу осрағын асыҡлаған.

2023 йылдың 18 ғинуарына ҡарата 54 контроль-күҙәтеү сараһы үткәрелгән, уның барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың 32 осрағы асыҡланған. Тәбиғәттән файҙаланыусыларға мотлаҡ талаптарҙы боҙоуға юл ҡуймау тураһында 39 иҫкәртеү бирелгән. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре 204 сара, шул иҫәптән консультация, мәғлүмәт биреү, профилактик визит үткәргән.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы тәбиғәтте, экологик бөтөнлөктө,  биологик төрлөлөктө һаҡлау йүнәлештәре өҫтөнлөклө булып тора.

"Экология" милли проектының маҡсаты - экологик хәлде кардиналь яҡшыртыу һәм рәсәйҙәрҙең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһау. Был күп яҡлы эштә власть органдары, федераль проекттарҙың башҡарыусылары, кураторҙары, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандар ҡатнаша.

Милли проект туғыҙ федераль проектты үҙ эсенә ала. Эш биш йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтар, һыу, һауа, биотөрлөлөк, технологиялар. Милли проект 2024 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Фото: ecology.bashkortostan.ru

Читайте нас: