-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
23 Май 2023, 13:00

“Иғтибар – балалар!” профилактик операцияһы башланды

Балаларҙың юлда иғтибарлы булыуын, төрлө тән йәрәхәттәре алыуын иҫкәртеү маҡсатында үткәрелгән “Иғтибар – балалар” профилактик операцияһы 22 майҙан 9 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостанда ошо йылдың 4 айында 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында авариялар һаны артыуы күҙәтелә. Балалар ҡатнашлығында теркәлгән 104 аварияла өс бала һәләк булды һәм 117-һе төрлө тән йәрәхәттәре алды.

Аварияларҙың 49-ы (47 проценты) йәйәүле балалар ҡатнашлығында булған, уларҙа 50 бала (+22%) зыян күргән. Ҡараңғыла булған ике (+2)  аварияла яҡтырыуҙы кире ҡайтарыу элементы таҡмаған ике (+2) б әлиғ булмаған бала йәрәхәтләнгән

Балалар идара иткән мопед һәм уларға тиңләштерелгән транспорт саралары ҡатнашлығында булған 6 аварияла алты бала йәрәхәтләнгән. Йәш велосипедсылар ҙа аварияға тарыған осраҡтар булғылай. Ошондай 8 осраҡта йәрәхәтләнгән 8 баланың дүртәүһе үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында зыян күргән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: