-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
27 Май 2023, 16:10

Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттә үҙгәрештәр

Рәсәй Президентының 2022 йылдың 18 июлендәге 472-се Указы менән аҡса алыуҙың законлы булыуын раҫлаған документтар, килем, мөлкәт һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәр биреүгә яуаплы кеше 15 көн эсендә тикшереүсенең талабы буйынса документтарҙы күрһәтергә тейешлеге раҫланды.

Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттә үҙгәрештәр
Рәсәй Президентының 2022 йылдың 18 июлендәге 472-се Указы менән аҡса алыуҙың законлы булыуын раҫлаған документтар, килем, мөлкәт һәм мөлкәт характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәр биреүгә яуаплы кеше 15 көн эсендә тикшереүсенең талабы буйынса документтарҙы күрһәтергә тейешлеге раҫланды.
Бер үк ваҡытта РФ Президентының 2014 йылдың 23 июнендәге 460-сы Указы менән килемдәр тураһында белешмә формаһына үҙгәрештәр индерелде. Ағымдағы йылдан отчет осоронда иҫәпкә күсерелгән аҡса суммаһы, әгәр уларҙың дөйөм суммаһы шәхестең, уның ҡатынының (иренең) һәм бәлиғ булмаған балаларының уҙған һәм унан алдағы ике йылдағы дөйөм килеменән артып китһә, иҫәпкә алынырға тейеш.

Хоҡуҡ боҙған өсөн ниндәй яуаплылыҡ ҡаралған?
Коррупция хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн физик берәмектәрҙең яуаплылығынан тыш, юридик берәмектәр ҙә закон алдында яуап бирә.
Берләшкән милләттәр ойошмаһының коррупцияға ҡаршы концепцияһы һәм коррупция өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында конвенцияһы һәм «Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында»ғы Федераль закон, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының «Айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 280-се Федераль закон сиктәрендә юридик берәмектәргә коррупция өсөн административ яуаплылыҡ раҫланды.
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 19.28-се статьяһы менән юридик берәмектәргә законһыҙ бүләк, ҡиммәтле ҡағыҙҙар биргән, тәҡдим иткән йәки вазифалы кеше вәкәләттәрен файҙаланып, шәхси мәнфәғәтте күҙәткән өсөн яуаплылыҡ билдәләнгән. Бындай хоҡуҡ боҙоу осрағында аҡсалар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, башҡа мөлкәт тартып алына һәм бер миллион һумдан да кәм түгел штраф һалына.

Законһыҙ аҡса дәүләткә ҡайтарыласаҡ
2022 йылдың мартынан «Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында»ғы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде, йәғни аҡса алыуҙың законлылығын контролдә тотоу тураһындағы 8.2-се статья менән тулыландырылды.
Хәҙер килем, мөлкәт һәм милек характерындағы йөкләмәләр тураһында мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн һәм тулылығын тикшереү барышында күрһәтелгән мәғлүмәттәр алдағы йыл дауамында (отчет осоронда) вазифауи кеше, уның иптәше һәм бәлиғ булмаған балаларының банктарҙағы, кредит ойошмалары иҫәбенә уларҙың отчет осорондағы һәм бынан алдағы ике йылда дөйөм килемдән артҡан суммала аҡса күскән осраҡта прокуратураға был аҡсаның законлы булыуын раҫлаған документтар күрһәтергә тейеш. Әгәр прокурор тикшереүе барышында алынған аҡсаның законлылығы дәлилләнмәһә һәм уның суммаһы 10 мең һумдан артһа, прокурор уларҙы дәүләткә ҡайтарыу тураһында дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итә.
Шулай итеп, коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттә чиновниктарҙың мөлкәтен дәүләткә ҡайтарыуҙың хоҡуҡи механизмдары ғына түгел, шулай уҡ аҡса алыуҙың законлылығы раҫланмаған осраҡта уларҙы ла кире тапшырыу ҡаралған.

Электрон тәмәке һәм вейптар зыянлы
Әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандар араһында «вейп» тартыу популярлыҡ яулай. «Граждандар һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында»ғы Федераль закондың 12-се статьяһына ярашлы, бина һәм объекттарҙа тәмәке тартыу, никотинлы продукция ҡулланыу йәки кальян ҡулланыу тыйылған. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.24-се статьяһында билдәләнеүенсә, 16 йәше тулған граждандарға бының өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Биш йөҙҙән мең ярым һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Йәмәғәт урындарында «вейп», электрон тәмәке, шулай уҡ кальян ҡулланыу тәмәке тартыуға тиңләштерелгән.
Мәктәп, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, дауахана биләмәләре, йәмәғәт транспорты, ҡунаҡхана, сауҙа үҙәктәре, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, лифттар һәм күп фатирлы йорттарҙың дөйөм ҡулланылыштағы урындары, балалар майҙансыҡтары, пляждарҙа тәмәке тартыу тыйылған.
Үҫмерҙәр Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.24-се статьяһы буйынса, ә уларҙың ата-әсәләре 5.35-се статья (ата-әсәләрҙең бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен күҙәтмәүе, бурыстарын тейешенсә үтәмәүе) буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.
Р. ЙӘНҒҮБӘЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас: