Бынан тыш, тағы алтын сығарыусы биш компания етәксеһе тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте боҙған өсөн суд алдында яуап тотасаҡ.
Ошо көндәрҙә Владимир ҡалаһында үткән Беренсе арбитраж апелляция судының һуңғы ҡарары сыҡты: Өфөнән “Альтинвест” йәмғиәте бынан ары Башҡортостандың көнсығышында алтын сығара алмаясаҡ. Компания был хоҡуҡтан яҙҙы. Сәбәбе – ул файҙалы ҡаҙылмаларҙы варварҙарса алымдар менән сығарып, килем алырға маташты. Әммә ниәте килеп сыҡманы.
2021 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Тәбиғәттән файҙаланыу буйынса ведомство-ара республика комиссияһы булдырғандан һуң, хәл-торош ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлаған.
“Росприроднадзор”ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов һүҙҙәренсә, был дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡарар булды. Комиссияның эш һөҙөмтәһе лә ошоно дәлилләй.
Мәҫәлән, комиссия төҙөлгәнгә тиклем, республикала алтын табырға рөхсәте булған 60 предприятие иҫәпләнгән, бөгөн улар һаны 47. “Роснедра” тарафынан намыҫһыҙ 13 алтын сығарыусының лицензияһы тартып алынған. Республика был компанияларҙың лицензиялар талаптарын да, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен дә боҙоуҙарын федераль кимәлдә иҫбат итте.
Ведомство-ара комиссия рәйесе булараҡ, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Ирәндек һыртындағы ятҡылыҡты эшкәртеү тыйылды. Был хәл урындағы халыҡты бик борсой ине. Өҫтәүенә, БР Башлығы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Ирәндек һырты тирәһендә айырым һаҡланған биләмә төҙөргә ҡушты.
Үрҙә телгә алған Роман Болотов белдереүенсә, бөгөн Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса алдынғы төбәккә әйләнде.
Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тармағында теләһә кемдең эшләүенә сик ҡуйылды тиһәк тә була. Республикала тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларҙа ҡаршы көрәштә һөҙөмтәле саралар булдырылды һәм уның мөмкинлектәре халыҡ мәнфәғәтенә ҡулланыла.
Фото: "Башинформ".
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-01-29/bash-ortostan-altynyn-yra-ay-arsa-sy-aryu-a-yul-uyylmayasa-3621566