Депутаттар Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа физик шәхестәргә инвестицияларҙы законһыҙ йәлеп иткән өсөн яуаплылыҡ билдәләү хаҡында төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа хупланы.
Документҡа ярашлы, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексты «Физик берәмектәрҙең инвестицияларын законһыҙ йәлеп итеү» статьяһы менән тулыландырырға тәҡдим ителә. Закон тулыһынса ҡабул ителһә, граждандарға — 50 мең, вазифалы кешеләргә һәм эшҡыуарҙарға — 100 мең, юридик берәмектәргә 1 миллион һумғаса штраф һалыныуы мөмкин.
«2018 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың ноябренә тиклем Рәсәй банкына граждандарҙан финанс пирамидаһы билдәләре булған компанияларҙың эшмәкәрлегенә ялыу менән алты меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, ә коллектив ялыуҙар менән бергә һигеҙ меңдән ашыу кеше зыян күргән. Ошо мөрәжәғәттәргә ярашлы, уларҙың килтергән зыяны 4,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә», — тиелә аңлатмалы яҙыуҙа.