Кеше һәм закон
16 Мая 2025, 05:00

Федераль судьялар тәғәйенләнде

Президент Владимир Путин Башҡортостанда федераль судьялар тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.  #ВладимирПутин

Федераль судьялар тәғәйенләндеФедераль судьялар тәғәйенләнде
Федераль судьялар тәғәйенләнде

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документтан күренеүенсә, алты йылға Нефтекама ҡала суды рәйесе итеп — Вильмир Хөснөтдинов, Нефтекама ҡала суды рәйесе урынбаҫары — Алексей Окишев, Стәрлетамаҡ ҡала суды рәйесе урынбаҫары — Филүс Кәримов, Өфөнөң Орджоникидзе район суды рәйесе урынбаҫары-Тимур Хәсәнов тәғәйенләнгән.

Дүртөйлө район суды судьяһы итеп — Юлия Коробко, Сибай ҡала суды судьяһы — Роман Микрюков, Өфөнөң Киров районы суды судьяһы — Кристина Гәрәева, Өфөнөң Ленин районы суды судьяһы-Резеда Шәйсултанова тәғәйенләнгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас