2028 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында алтын сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий намыҫһыҙ алтын сығарыусыларҙың закон боҙоуҙарына кәртә булып тора.
2021 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән булдырылған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшләй. Был комиссия ошо тәңгәлдәге закон боҙоуҙарға ҡаршы көрәштә һөҙөмтәле ҡорал. Республиканың ер аҫты байлыҡтарын эшкәрткәндә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү торошо һәм был өлкәләге перспективалар хаҡында Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов һөйләй.
"Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү законға ярашлы, күҙәтеү органдары һәм йәмәғәтселектең ҡәтғи контроле аҫтында башҡарылырға тейеш. Республикала был маҡсатта һөҙөмтәле инструмент – ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған. Был координацион орган беҙгә бөтә контроль-күҙәтеү органдары араһында үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөргә мөмкинлек бирҙе. Комиссияның яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкин булды, - ти Роман Болотов.
- Хәл ысынлап та яҡшырҙы, әммә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән бер проблема ҡала килә, уларҙа мораторий индерелгәнгә тиклем алынған «йоҡоға талған» лицензиялар ҡалған. Улар контроль көсһөҙләнгәндә мөмкинлектән файҙаланырға тырыша. Был мәсьәлә идаралығыбыҙҙың ғына түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарының да айырым контролендә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы ҡушыуы буйынса 14 предприятиены тикшереү бара.
Ведомство етәксеһе закон боҙоусылар менән проблеманы хәл итеү юлдары хаҡында ла бәйән итте.
“Беҙ законды боҙоу иҡтисади яҡтан отошһоҙ һәм бик хәүефле булған шарттар булдырҙыҡ. Бының өсөн МВК сиктәрендә лицензия килешеүҙәренең үтәлешен контролдә тотоу көсәйтелгән, законды тупаҫ боҙғанда лицензияларҙың ваҡытынан алда тартып алыу механизмын теүәл үтәйбеҙ, экологик енәйәттәр өсөн яуаплылыҡты көсәйтәбеҙ, йәмәғәт контроле системаһын көсәйтәбеҙ. Һәм был эш Башҡортостанда ярайһы уҡ һөҙөмтәле алып барыла", - тип иҫәпләй ул.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер активистар Башҡортостан биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүгә ҡаршы сығыш яһай. Роман Болотов быны һуңғы сик тип иҫәпләй.
"Һәр төрлө ҡаҙылма эшмәкәрлеген тулыһынса тыйыу – һуңғы сик.. Республикаға тәбиғәттән рациональ файҙаланыуҙы һәм экологик хәүефһеҙлекте берләштергән төплө сәйәсәт кәрәк. Беҙҙең бурыс – төбәктең иҡтисади үҫеше һәм үҙенсәлекле тәбиғәтен һаҡлау араһында тигеҙлекте табыу. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәр ваҡыт йәмәғәтселек өсөн асыҡ һәм нигеҙле экологик башланғыстарҙы ҡарарға әҙер», - тине Роман Болотов «Башинформ»ға биргән интервьюһында.
Роман Якимчук.
“Башинформ”.