Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
13 Август 2025, 16:20

Йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тыйыласаҡ

Был хаҡта Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тыйыласаҡ
Йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тыйыласаҡ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары дөйөм туҡланыу объекттарының миҙгелле залдары эшмәкәрлеген көйләүгә ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерҙе.

Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, ике шартты мотлаҡ үтәгәндә генә йәйге верандаларҙа алкоголде ваҡлап һатырға мөмкин (дөйөм туҡланыу предприятиеларында алкоголде ваҡлап һатыу талаптарын ҡәтғи үтәгән, шулай уҡ миҙгел ваҡытында эшләгән залдың билдәләнгән талаптарға тап килеүе тураһында махсус һығымта булған осраҡта).

Бындай һығымтаны республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан алырға була. Башҡортостан парламентында был «алкоголь әйләнешен тәртипкә килтереүгә һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итер» тип иҫәпләйҙәр.

Хәмер һатыу рөхсәт ителгән залдарҙы (зоналарҙы) урынлаштырыуға һәм йыһазландырыуға аныҡ талаптар, шулай уҡ һығымта алыу тәртибе республика хөкүмәтендә билдәләгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары яңы парламент миҙгеленә закон проекттары буйынса эш планын раҫланы. Йыл аҙағына тиклем 40-тан ашыу яңы закон ҡабул итеү планлаштырыла, тип хәбәр иткәйне Башинформ

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-13/v-bashkirii-prinyat-zakon-o-prodazhe-alkogolya-v-letnih-kafe-4347589

Читайте нас