

Владимир Путин 2024 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтергә ҡарар итеүе тураһында белдерҙе. Һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләүе тураһында ул 8 декабрҙә Кремлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға "Алтын йондоҙ" ордендарын тапшырғандан һуң хәбәр итте. Әгәр һайлауҙа еңһә, был уның дәүләт етәксеһе вазифаһында бишенсе мөҙҙәте буласаҡ.
Быға тиклем Рәсәй президент һайлау 2024 йылдың 15,16 һәм 17 мартында үтәсәге тураһында хәбәр иткәйнек.