Бөтә яңылыҡтар
Ҙур һәм татыу ғаилә йылы
3 Октябрь 2025, 10:34

Мөхөтдиновтарҙың бәхетле, мөхәббәтле ғаиләһе

Замана менән йәнәш, дәртләнеп, матур итеп тормош көткән, балалар үҫтергән йәш ғаиләләребеҙ байтаҡ. Бына шундай эшһөйәр, күп балалы ғаиләләрҙең береһе Шәрип ауылында йәшәүсе Гөлсара һәм Разим Мөхөтдиновтар.

Күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫкәнгәлер инде  үҙҙәре лә күп бала тәрбиәләү тураһында хыялланғандар. Бәхеттәрен тыуған ерендә тапҡан Гөлсара менән Разим бер-береһен бала саҡтан белеп үҫәләр, 2007 йылда бәләкәй генә ауылды йәмләп өр-яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Ғаилә башлығы төпсөк бала булғанлыҡтан атаһының нигеҙен ташламай, үҙе тыуып-үҫкән йортта кәләше менән йәшәргә ҡала, замансаға үҙгәртелгән йорттарының эсе лә, тышы ла балҡып тора. Уларҙың бер-береһенә иш булып йәшәүҙәренә ун туғыҙ йыл.
Хәҙер инде Гөлсара менән Разим алты балаға бәхетле әсәй һәм атай.  Әлеге ваҡытта өлкән улдары Иҙел Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының икенсе курс студенты, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, Буранғол урта мәктәбенең уҡыусылары Гөлдәниә 9-сы, Рәсүл 7-се, Гөлсибәр 5-се класта белем алалар, Нәркәскә алты, Илзирәгә өс йәш. Буранғол мәҙәниәт йортонда Гөлдәниә «Ҡарһылыуҡай» конкурсында ҡатнашып юғары баһаға лайыҡ булып район күләмендә үҙен һынап ҡарай һәм 3-сө урын алып ҡыуана, шәп ҡыҙыҡай уҡыуҙа ла һынатмай. Рәсүл менән Гөлсибәр мәктәптә олимпиадаларҙа ҡатнашып урындар алып торалар. 
— Балаларҙы Буранғолға автобус алып йөрөй шуныһы бигерәк яҡшы, йәкшәмбе оҙатабыҙ, йома көндө алып киләләр. Быйыл мәктәп-интернатын ремонтлағандан һуң, балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ, йәшәү шарты яҡшы булғас әсә-атай ҙа үҙҙәрен тыныс тоталар. Интернаттың бүлмәләре яҡты, уңайлы ғына итеп эшләгәндәр, ҡыҙҙарға тегергә өйрәнергә, малайҙарға спорт залында һәр төрлө тренажерҙар ҡуйылған, буш ваҡыттарын ошонда үткәрә улар, — ти Мөхөтдиновтар.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр халыҡта. Күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт  тарафынан күрһәтелгән ярҙам өсөн бик рәхмәтле улар. Шулай ҙа,  «беҙ күп балалы ғаилә» тип дәүләт елкәһендә генә ултырмайҙар. Дәртләнеп донъя йүнәтәләр, мал-тыуар көтәләр, ҡош-ҡорт та тоталар. Малдарға күмәкләп бесән әҙерләйҙәр. Ҙур, тырыш ғаиләлә балалар бәләкәйҙән хеҙмәт яратып, эшлекле, рухлы, илһөйәр булып үҫәләр. Ата-әсәһе балалары ниндәй эшкә тотонһалар ҙа, хуплап, дәртләндереп тора. 
— Ғаилә түңәрәгендә тыуған көндәрен билдәләйбеҙ. Йәшләй генә тормош ҡороп, бер-бер артлы балаларыбыҙ донъяға килгәс, балаларҙы ҡарауҙа, уларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуҙа ирем ныҡлы терәгем һәм таянысым. Алты балам — алты шатлығым, — тип һөйөүгә сорналған донъяһын йәмләп, яҡындарына йөрәк йылыһын, изгелеген өләшеп йәшәй Гөлсара. Уның иренән дә, тормошонан да, балаларынан да уңыуы көләс йөҙөндә, ихлас һөйләшеүендә сағыла.
Йәш эшҡыуарҙарҙың әле шатлыҡлы ла,  шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле мәлдәре. Тырыш ғаилә ауылда үҙҙәренең магазиндарын асҡандар. Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына эшҡыуар була ала, тип әйтәләр, минең дә бөгөн һеҙгә таныштырған ғаиләм шулар рәтендә, башлаған эштәрен аҙағынаса урын-еренә еткереп, күңелдәрен биреп башҡара улар.  Магазиндың исемен «Ғаилә» тип атағандар. Тауарҙы иптәше менән бергәләп яҡындағы Белорет һәм Мәғнит ҡалаларынан ташыйҙар. Магазинда аҙыҡ-түлек, көнкүреш яраҡтары, сәнәғәт тауарҙар барыһы ла бар, ауыл халҡы әүҙем йөрөй. Уңған хужабикә магазинда ауыл халҡына кәрәкле әйберҙәрҙе үҙе һата. Тығыҙ эштәренә ҡарамаҫтан, ул өйөндә тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә, төрлө-төрлө күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтерергә өлгөрә.
Өй хужаһы вахта ысулы менән эшләй, ялында урман эше менән булыша. Диләнкә алып, унан ағас материалдары, утын әҙерләй. Өлкән улдары Иҙел — атаһының уң ҡулы. Техниканы ярата, уҡыған ерендә водитель курстарына ла йөрөй. 
 2019 йылда үҙ көстәре менән Ларгус автомобиле алғандар, балалар менән бергәләп йөрөргә, бөтәһе лә һыйһын өсөн ошондай машина алдыҡ, тип көлә ғаилә башлығы. Эш өсөн ауыл еренә яраҡлы техникалары ла бар. Ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй Мөхөтдиновтар. 
Йәш ғаилә булыуҙарына ҡарамаҫтан, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, тормошҡа айыҡ аҡыл менән баҡҡан парға һоҡланыу һәм ихтирам хистәре генә уяна. Ғаиләһе, балалары тип,  йән атҡан Гөлсара менән Разим Мөхөтдиновтарға артабан да бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәхетле тормошта мөхәббәт емештәрен һүндермәй, ғаиләләрендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп  йәшәргә яҙһын. Киләсәктә лә ғаиләгеҙ ныҡ, татыу булһын, балаларығыҙ уңыштары, ҡаҙаныштары менә ҡыуандырып торһон.
Әйткәндәй, «Салауат» ЯСЙ-һы күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ошо йылдың июнь-декабрь айҙарына «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы. Улар араһында Мөхөтдиновтар ҙа бар.

Гөлсинә СОЛТАНОВА.

Читайте нас