Һүҙҙе ғаилә башлығы Роберт Рафаил улынан башлайыҡ. Ул Теләш ауылында тыуып үҫкән, мәктәпте тамамлағас, Өфө йылға техникумына уҡырға инеп, шунда һөнәр эстәй. Артабан төрлө урындарҙа тырышып эшләй егәрле ир-уҙаман. Һуңғы егерме йыл Магнитогорск металлургия комбинатының «Тау-саңғы үҙәге»ндә хеҙмәт итә.
— Балаларға һәр яҡлап өлгөлө атай ул Роберт, кәрәк саҡта ҡаты ла була белә, улдарыбыҙҙы донъя көткәндә кәрәкле бөтә нәмәгә өйрәтә, — ти ҡатыны Лилиә.
— Лилиә лә, Роберт та татыу ғаиләлә буй еткергәндәр, икәүһенең дә ата-әсәләре лә ауылда абруйлы, хөрмәтле кешеләр, — ти Рәхмәтуллиндар тураһында Ташбулат биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Дилә Ғәлимова.
Үҙҙәре төҙөп ингән иркен йортта көн күрә ҙур ғаилә. Биш малайҙың иң ҙуры Илнар Мәскәүҙең абруйлы Н. Э. Бауман исемендәге техник университетын бөткән, кәләше Альбина менән Өфөлә йәшәйҙәр. Үҙенең шәхси эшен асҡан тырыш егет. Икенсе улдары Наил Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын тамамлағандан һуң, тракторсы булып эшләй. Кәләше Юлиә менән ике балаға атай-әсәй булып Ташбулат ауылында үҙҙәре һалған йортта йәшәйҙәр. Тимур Наил ағаһының юлынан киткән, агросәнәғәт колледжын тамамлаған, тиҙҙән ил алдындағы изге бурысын үтәргә әрме сафына барырға йыйына. Мәктәп уҡыусылары Арыҫлан менән Эмир Кудо (дайдо дзюку) менән шөғөлләнә һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә — Эмир бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашып, чемпион билбауын алған, Башҡортостанда үткән турнирҙа ике тапҡыр беренсе урын яулаған. Кинйә улдарының был уңыштары әсәһенең: «Оя төбө, иркә малайыбыҙ», тигәненә тап килеп тә бөтмәй кеүек.
Уҡытыусылар Рәхмәтуллиндарҙың тәртипле, итәғәтле булыуҙарын билдәләй.
Ҙур ғаиләнең тотҡаһы, йәме, йәне булған Лилиә Әхмәт ҡыҙы Ташбулат ауылында тыуып үҫкән. Ун беренсе класты тамамлағандан һуң, Белорет педагогия колледжында тәрбиәсе һөнәрен ала. Ҡулына диплом алыу менән, хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай.
Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: балалар баҡсаһында профком рәйесе, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаларының береһе. Тормош иптәшенә тоғро юлдаш, балаларына наҙлы әсәй, килендәренә изге дуҫ, кәңәшсе, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй, эшләгән ерендә кескәйҙәрҙең яратҡан тәрбиәсеһе, хеҙмәттәштәренә хөрмәтле коллега ул...
Л. Ә. Рәхмәтуллинаның ябай тормошта күрһәткән батырлығы хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған — 2018 йылда Лилиә Әхмәт ҡыҙына Өфөгә саҡырып, «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылған. Ижади күңелле Лилиә шиғырҙар һәм кескәйҙәр өсөн әкиәттәр яҙа. Күңелендә тулышҡан хистәрен көйгә лә һала.
Лилиә Рәхмәтуллинаның бер шиғырында: «Ырыҫлы, рухлы минең ғаиләм, күсле һәм көслө тамырлы ҡәлғәм», — тигән юлдар бар. Рәхмәтуллиндарҙыҡы кеүек ҙур, татыу ғаиләләр булғанда илебеҙҙең киләсәге лә ышаныслы булыр. Киләсәктә Илнар, Наил, Тимур, Арыҫлан һәм Эмир Рәхмәтуллиндар ҙа, атай-әсәй өлгөһөндә ҙур, татыу ғаилә башлыҡтары булып матур тормош юлы үтер, ояһында күргәнде мотлаҡ эшләр...
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.