Бөтә яңылыҡтар

Римма + Рушан = шәп ғаилә

Йәштәрҙең ауылдан китеүенең төп сәбәптәренең береһе — эшһеҙлек. Район үҙәгендә, ҡала юлы буйында ятҡан ауылдар ай үҫәһен көн үҫкәндә, төпкөл яҡтарҙа,һирәк-һаяҡ ҡына ҡалҡҡан өйҙәрҙе иҫәпләмәгәндә, төҙөлөш туҡтап ҡалған тигәндәй. Үтәгәндән Римма һәм Рушан Хисмәтовтар ауылда төпләнгән илһөйәр йәш ғаиләләрҙең береһе.

Римма + Рушан = шәп ғаилә
Римма + Рушан = шәп ғаилә

Ғаилә тарихы

Римма – Әбделғәзе ҡыҙы, Рушан  Үтәгәндән. Бер-береһен улар ике уртала ятҡан Амангилде урта мәктәбендә тап итә. Ҡыҙыҡайҙың ауылында мәктәп башланғыс ҡына, егеттекендә тулы булмаған урта. Күрше ауылға 10-сы класҡа килгән Рушан 9-сы класта уҡып йөрөгән Римманы бер күреүҙән оҡшата. Ҡыҙ ҙа уның хистәренә ыңғай яуаплай. Мәктәп йылдарынан башланған дуҫлыҡ, тәүге саф хистәр оло мөхәббәткә әүерелә. Ҡыҙ егетен армияға оҙатып көтөп ала. Рушан, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, һөйгәненә тәҡдим яһай. 2012 йылда йәш ғаилә усағы тоҡана.

Йәштәрҙең ауылда йәшәү тураһындағы фекерҙәре тап килә. Ситкә китеп донъя ҡороу Рушандың уйында бөтөнләй булмаһа, кәләше лә Үтәгән ауылын үҙ күрә. Бәләкәй генә айырым өйгә сығып дәртләнеп тормош көтә башлайҙар.

Эшләйем тигәнгә эш табыла

Рушан балта оҫтаһы булған ҡайныһы менән төҙөлөш буйынса «шабашкаларға» йөрөһә, Римма район үҙәгендә «Пятерочка» магазинында, «Новатэк» газ заправкаһында эшләй. Тәүге улдары Арсен, унан Тамерлан тыуып, ике балалы ғаилә булып киткәс тә,  декрет ялдарынан һуң Асҡарға йөрөп эшләүен дауам итә. Бер ул ғынамы? Был — бөгөн ауылда йәшәүсе хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡтың дөйөм тәҡдире. Лайыҡлы итеп донъя көтөргә теләһәң, ауырлыҡтарға: юл йөрөүгә, һыуыҡҡа күнергә тура килә.

Өсөнсө улын тапҡас, быға нөктә ҡуйырға тигән ҡарарға килә Римма. Сөнки балаларына ваҡыты, өйөнә ҡулы етмәйәсәге уның әсәй, ҡатын-ҡыҙ, хужабикә булараҡ тәғәйенләнештәренең тулыһынса үтәлмәйәсәгенә күңел ризаһыҙлығын тыуҙыра. Ғаилә идиллияһын балаларын наҙ-һөйөүгә ҡойондороп, тейешле аҡыл-тәрбиә биреп, эштән арып ҡайтҡан ирен тәмле аш-һыуҙар әҙерләп көтөп тороуҙа күргән ҡатын ауылда өй өҫтөндә эш булмағас, уны үҙе булдырыу тураһында баш вата.

Эшҡыуарлыҡҡа тәүге аҙымдар

Беренсе балаһы менән өйҙә ултырғанында тәү башлап үҙен шәхси эштә һынай. Интернет аша заказға әйберҙәр алып һата. Керпек «үҫтереү» мастерына уҡый. Икенсе тапҡыр декретҡа сыҡҡас, косметик процедуралар нескәлектәрен артабан үҙләштерә һәм бьюти-өлкәлә бәләкәй генә эшен башлай. Ләкин ауыл ерендә был ҙур әйләнеш ала алмай.

Магнитогорск, Силәбе яҡтарында заказға өй йәки мунса төҙөү менән шөғөлләнгән тормош иптәше лә кәләшенең балалар янында булыуын теләй. Хәҙер инде төҙөүселәр бригадаһына етәкселек иткән Рушан үҙе лә ғаиләһен тәьмин итерлек хәлдә. Утыҙға яңы ингән тырыш йәштәрҙең донъялары етеш. Ике ҡатлы ҙур йорт һалып ингәндәр. Өр-яңынан машина алғандар. Төҙөлөш менән шөғөлләнгән ғаилә башлығының һәр төрлө йөк техникаһы ла бар. Ауыл тормошон һайлаған йәштәр мал тотоуҙан да баш тартмаған: һыйыр көтәләр, йылҡы үрсетәләр.

Иренә арҡаланып, иркәләп йәшәп тик ятыр ине икенсе берәүҙәр. Ә Риммаға күңел түрендәге хыялдары, ташып-урғылып торған дәрт-энергияһы тынғы бирмәй һәм үҙе янған идеялар менән ирен дә тоҡандыра. Матурлыҡ салоны йәки ял базаһы асыу тураһындағы хыялдарынан, тәүгеһендә үҙен бер әҙерәк һынап та ҡарағас, икенсеһен тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итә. Төҙөлөш өсөн малайҙарға булыр тип алған күрше ер участкаһын күҙ уңында тота. Был турала башында мең мәртәбә өйрөлтөлгән бизнес-планын тормош иптәше менән уртаҡлаша. Ярай, Рушан да еңел күтәрелеүсән, ут кеүек кәләшенең алдына алғанын килтереп сығасағына шиге лә һәм уны кире сигендерелек әмәле лә булмағас, «ярай» тип ыңғайына тора.

Тәүәккәлдәргә уңыш йылмая

— Был урында  1 майҙа тип-тигеҙ ер ине, — тип ҡаршыланы «Йылға буйындағы йорт» базаһы хужабикәһе Римма Хисмәтова. Ай үҫәһен көн үҫеп ете ай эсендә мунса-сауна комплексы менән а-фрейм («А» хәрефе формаһындағы өсмөйөш өй) ҡалҡыуына ышанырлыҡ түгел хатта!

— Рушан менән яйлап уйлап проект һыҙҙыҡ. Өс көндән эш ҡуҙғалды, артабан йәй-көҙҙө күрмәй эшләнек тә эшләнек,  — Римманың «яйлап» тигәне ни бары өс көн булыуына иғтибар итһәгеҙ, төҙөлөштөң ниндәй шәп темп алғанын самаларға була.

Бөтә эште фәҡәт үҙ көстәре һәм ике яҡлап ата-әсәләренең — Сәүиә һәм Раил Усмановтарҙың, Зифа һәм Ғәле Хисмәтовтарҙың ярҙамы менән атҡарып сыҡҡандар. «Юҡ менән булышмағыҙ, әллә уңағыҙ, әллә ...» — тип берәү ҡаршы тормаған. Өлкәндәрҙең йәштәргә эш менән дә, аҡсалата ла ярҙам итеүҙәре бик хуп күренеш. Ғәле ағай әле лә ғәҙәт буйынса аръяҡтан түбән осҡа балаларына бер килеп урамаһа, көнө көн булмай. Кәңәшле, берҙәм ғаиләлә генә тормош алға бара бит ул шулай. Иҙәнгә плитка түшәүҙән башҡа ҡалған эштәрҙе ҡеүәтле ғаилә подряды үҙе башҡара. «Ғаилә бизнесы» тигән һүҙ тылсымы ҡул араһына инә башлаған малайҙарҙы ла дөйөм эшкә йәлеп иткән. Өс йәшлек Әмирханға тиклем төҙөлөш майҙансығында йөрөгән.

Аҡсаға килгәндә, ғаилә ошоға ҡәҙәр туплаған сараларынан тыш, бөтә мал-тыуарын һәм ярты өйөр йылҡыһын тотонған, кредитҡа ла инергә тура килгән.

— Дәүләт программаларында ҡатнашырға ҡыйманыҡ. Бер кемгә отчет тоторға кәрәкмәйәсәк тип үҙебеҙ тәүәккәлләнек, — ти  проекттың идея генераторы, прорабы, төп маляры һәм дизайнеры Римма. — Дөрөҫөн әйткәндә, уңыу йә туңыу тураһында икеләнеүҙәр булды. Әгәр бер нәмә лә килтереп сығаралмаһаҡ, улдарыбыҙҙың береһенә өй булыр тип уйланыҡ.

Тәүәккәлләмәйенсә уңышҡа ирешеп булмай. Ҡайһы ваҡыт дыуамал булыу ҙа файҙаға ғына. Хисмәтовтарҙың ал-ял белмәй төҙөгән, икәүләп Силәбе, Магнитогорск, Өфөнән материалдар ташыған, ошоға тиклем шөрөптө сөйҙән айырмаған, бейеклектән ҡурҡҡан ҡатынды барыһына ла өйрәткән ял объекты һөҙөмтәлә хәтәр шәп килеп сыҡҡан. Хатта бындай матурлыҡҡа башта ял итеүселәрҙе индерергә  йәл тойолған.

Йылға буйындағы йорт

Ошондай исем бирелгән база декабрҙән ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлаған. Иң тәүҙә Римма менән Рушан төҙөлөштә ярҙамлашҡан туғандарын һәм яҡындарын йыйып аят уҡытҡандар. Унан инде ял итеүселәргә ҡуртымға бирә башлағандар. Ҡурҡҡан эш хәйерле була тигәндәй, декабрь-ғинуар айҙарында бер көн дә буш тормаған. База хужабикәһе үҙе үк администратор ҙа: ял итеүселәр менән һөйләшеүҙәр алып бара, ҡаршы ала, оҙата. «Инстаграм»да күптән шәхси блогы булған Римма а-фрейм һәм мунса төҙөлөшөн интернетта реаль ваҡыт режимында күрһәтеп барғанға күрә клиенттар йәлеп итеүгә реклама ла кәрәкмәгән. Бар яҡтан уңған Римма шәп блогер ҙа. Һәм ысынында ла база ял итеүсерҙең юғары зауығына тура килерҙәй матур, стилле, уңайлы.

А-фреймдың квадратураһы — 90 кв.м. Ул ҙур компания менән ял итеүгә отошло. 20-30 кешелек ҡунаҡ табыны ҡорорға була. Базаны төҙөгән ваҡытта Римманың кейтеринг буйынса курс үтеүе лә тиккә булмаған. Бәғзе ҡунаҡтарҙың теләге буйынса табын әҙерләүҙе ул үҙ өҫтөнә ала. Ә былай ял итеүселәргә аш-һыу әҙерләү өсөн кәрәкле һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы менән бөтә шарттар ҙа булдырылған. Вай-фай тота, телевизор менән плейстейшенға тиклем бар. Базаны һайлаусыларҙы мунса һәм чан, барбекю зонаһы булыуы ылыҡтыра. А-фрейм тәүлекләп ҡуртымға бирелгәнгә күрә йоҡо бүлмәләренең күп булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. 14 кешегә тиклем ҡуна ҡалыу мөмкинлеге бар.

— Иҫ киткес матур ерҙә йәшәйбеҙ! Мин көн дә иртәнсәк йүгерәм һәм кире ҡайтышлай әйләнә-тирәбеҙ менән хозурланырға яратам. Йәйгеһен йылға буйына төшәм, ҡоштар тауышын тыңлайым. Бына ошо матурлыҡты хәҙер ял итеүселәргә күрһәтеү мөмкинлегенә лә эйәбеҙ. Ҡыҙыл буйы тәбиғәте бөтә миҙгелдәрҙә лә һоҡланғыс. Йәйгеһен йылғала һыу инергә була. Июнь айына хәҙерҙән бронь эшләүселәребеҙ бар, — ти хужабикә.

Ял базаһы булдырған йәштәр үҙҙәренә бизнес асып ҡына ҡалмаған, ә Үтәгәндән ике кешене эшле иткән. Ут яғыусы (комплекс тулыһынса утын менән йылытыла) һәм йыйыштырыусы алғандар. Хозур башҡорт төйәгенә ял итергә килеүселәр һыбай йөрөү мөмкинлегенә лә эйә. Ауылдан бер егет аттары менән үҙенә аҡса эшләй. Һәм был сик түгел. Сөнки ғаилә туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә эшен киңәйтеү буйынса программаларҙа ҡатнашыу, базала яңы өйҙәр төҙөү тураһында ла уйлай башлаған.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас