Атай, әсәй, һәм дүрт малай

Рәфис Нәжип улы Исхаҡ ауылынан булһа, Гөлниса Батыр ҡыҙы Буранғолдан. Быйыл Солтановтарҙың бергә йәшәүҙәренә егерме йыл.

Атай, әсәй, һәм дүрт малайАтай, әсәй, һәм дүрт малай
Атай, әсәй, һәм дүрт малай

Рәфистең атаһы, Нәжип ағай мәрхүм, ваҡытында беҙҙең яҡтарҙа бик белемле, егәрле мал врачы булды. Ауыл халҡы мөрәжәғәт итһә, көн-төн тимәй килеп етер ине. Рәфис тә атаһына оҡшап мал йәнле кеше булып үҫә. Ә Гөлниса медицина училищеһын тамамлап, бына хәҙер егерме йылдан ашыу үҙәк район дауаханаһында эшләй.

Был егәрле, татыу, уңған ғаиләлә дүрт малай үҫә. Береһенән-береһе мыҡты кәүҙәле был егеттәрҙе күреп, ысынлап та, буласаҡ баһадирҙар тип уйлап ҡуяһың. Өлкән улдары Иҙел сәнғәт институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөй. Матур йырлай, ҡурайҙа уйнай, үҙе лә йырҙар ижад итә. Ысын сәнғәт кешеһе. Зөлфәр менән Данияр әсәһенең юлын һайлап, Белорет медицина колледжында белем алалар. Зөлфәр быйыл һуңғы курста уҡый. Хыялы — юғары уҡыу йортона инеү. Әйткәндәй, Рәфис Нәжип улы ла ваҡытында ветеринарға уҡыған. Үҙе әйтмешләй: «Беҙҙең ғаиләлә дауалаусылар ғына. Өлкән улым Иҙел кешегә күңел дауаһы бирһә, ике улы әсәләре һымаҡ кешеләрҙе дауаларҙар, Алла бирһә. Ә мин мал дауалайым инде. Бәләкәс Ильяс быйыл мәктәпкә барырға йыйына».

Был татыу ғаиләлә балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә. Хәҙерге заманда күп кенә йәштәр мал көтмәгән саҡта, Солтановтар Асҡар ауылында йәшәһәләр ҙә мал бөтөрмәй. Ат йәнле өй хужаһы Рәфис: «Һыйыр көтөүе ауырыраҡ, ә йылҡыны бөтөрөргә иҫәп юҡ. Ҡышҡыһын бында көтәм, ә йәйгеһен тыуған яҡҡа, иркен Урал тауы буйҙарына алып ҡайтам. Аллаға шөкөр, өйрәнгән ерҙәре. Үҙемә лә әлдән-әле ҡайтып йөрөүгә бер һылтау, урман үләнен ашап йөрөгән йылҡының ите лә тәмле була», — тип күңеле тыуған яғында икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып ҡуйҙы. Ҡышҡыһын кәртәләге аттар менән малайҙар ҙа ихлас була, сана егеп ҡырға сығып та китәләр.

Был ғаиләлә спортты бик яраталар. Малайҙарҙың төрлө кимәлдәге кубок, миҙал, дипломдарына һоҡланмау мөмкин түгел. Зөлфәр менән Данияр бәләкәй саҡтан тхэквондо, милли көрәш менән шөғөлләнәләр. Республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағандар. Бәләкәй Ильяс та ағаларына оҡшарға тырыша, әле ул «Төньяҡ амурҙары» спорт түңәрәгендә шөғөлләнә.

— Миңә сәскә үҫтерергә урын да ҡалдырмайҙар, — тиһә лә йорт хужабикәһе, күп балалы әсә Гөлниса Батыр ҡыҙы, малайҙарының тырышып емеш, йәшелсә үҫтергәндәренә ҡыуанып бөтә алмай. — Аллаға шөкөр, ҡыҙҙар эше, малайҙар эше, тип айырмайҙар. Кәрәк булһа иҙәнен дә йыуалар, ашарға ла бешерәләр. Тик донъялар ғына имен торһон. Малайҙар киләсәктә ил һаҡсылары бит, бик болғансыҡ заманалар булып китте, — тип борсолоп та ҡуя ата менән әсә.
Эйе, ваҡытында эшһеҙлек, билдәһеҙлек тыуған ауылынан айырылырға мәжбүр итһә лә, Рәфис Нәжип улы яратҡан тормош иптәше Гөлниса Батыр ҡыҙы менән әлдән-әле тыуған яҡтарына ҡайтып, унан йәшәүгә көс-дәрт алып, береһенән-береһе уңған дүрт малай үҫтереп, һәүетемсә матур итеп донъя көтәләр. Матур ғаиләгә күҙ теймәһен, балалары уңыштары менән ҡыуандырһын

Нәсих СӘЛМӘНОВ.
Буранғол ауылы.

Читайте нас