

Йортҡа аяҡ баҫыу менән бында бәхетле ғаилә йәшәүе һиҙелә. Хужаларҙың ҡаршы алыуынан йылылыҡ бөркөлөп тора. Шәһәрғәзиндар — ихлас, ҡунаҡсыл, һөйкөмлө пар. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлек кәрәк. Ошондай оҙаҡ йылдар йәнәш йәшәгән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирамға лайыҡ.
Шәрифйән һәм Гөлниса Шәһәрғәзиндарҙың бөтә ғүмер юлы, шатлыҡтары ла, хәсрәтле көндәре лә Калинин исемендәге колхоз менән бәйле. Улар йәш саҡта колхоз гөрләп торған, ауыл халҡының бөтәһе лә шунда эшләгән. Элек таң һарыһынан ҡараңғыға тиклем баҫыуҙа ла, фермала ла эштәр ҡайнап торған.
Гөлниса апай Мәхмүт мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлап, ситкә китергә ашыҡмай. Күңеле тыуған еренә, әсә-ата нигеҙенә тартыла. Шуға ла Киров исемендәге колхозда һауынсы булып эш башлай. Артабан яҙмышы уны Калинин исемендәге колхозға алып килә. Бында ла ул һыйыр һауа. Колхоз уның өсөн үҙ йортона әйләнә, коллектив үҙ ғаиләһе кеүек була. Ғүмер буйына Гөлниса апай колхоз эшенән айырылмай, намыҫлы эшсән булып таныла.
— Йәйге саф һауала, Ирәндек тауҙарының итәгендә йәйләүҙә һыйырҙарҙы һауып бөткәс, уларҙы аҡландарға ашарға сығарып, үҙебеҙ ҙә ял итеп, тау-таш араһындағы хуш еҫле емеш-еләктәр йыя инек. Көҙгөһөн төрлө-төрлө бәшмәктәр йыя торғайныҡ, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша хужабикә.
Шәрифйән ағай оҙаҡ йылдар тракторсы булып эшләй. Йәш сағынан техниканы яҡшы аңлаған ағай хаҡлы ялға тиклем үҙ эшенең оҫтаһы була. Колхоз етәкселеге уның намыҫлы хеҙмәтен Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләгән. Әммә Шәрифйән ағай өсөн иң ҙур бүләк — үҙ хеҙмәтенең емешен күреү.
Гөлниса апай — уға тиң тормош иптәше. Икеһе лә бер-береһенә лә, эшкә лә, колхозға ла, тыуған ергә лә шул уҡ яуаплылыҡ менән ҡарай. Улар тураһында ауылда «Икеһе лә алтын ҡуллы, бик егәрле кешеләр», тиҙәр. Улар колхоздың алдынғы эшселәре булып, фиҙаҡәрлектәре, тырышлыҡтары менән башҡаларға өлгө.
Шәһәрғәзиндар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Өс ҡыҙын, ике улын тәрбиәләп, барыһына ла белем алырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙҙары Люция — Һамар ауылында, Зилә — Асҡарҙа йәшәй, үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар үҫтерә. Люция күп төрлө массаж ысулдары менән кешеләргә ярҙам итә. Зилә Асҡар полилингваль балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Гүзәл — ата-әсә ҡанаты аҫтында, сөнки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән. Гөлниса апай менән Шәрифйән ағай уға иғтибар, йылылыҡ, сабырлыҡ бүләк итә, бының өсөн уларға айырым хөрмәт.
Өлкән улдары Ғәҙел вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй, ғаиләнең таянысы ул. Бөгөн МХО зонаһында ил һағында торған Фирүзгә әсә көн һайын иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар уҡый.
Шәһәрғәзиндар йортоноң ишеге туғандарына, яҡындарына һәр саҡ асыҡ. Бөгөн улар һигеҙ ейән-ейәнсәренең ҡыуанысын күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, мул табын менән ҡаршы алып, йылы итеп оҙатып ҡалалар.
Улар ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел. Гөлниса апай йөн иләй, бәйләй, ҡорама ҡорай, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре эшләй, тәмле итеп буҙа ҡоя. Шәрифйән ағай тракторында ер һөрә, бесән әҙерләй.
Күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, унан мул уңыш алып, ауыл ерендә гөрләтеп йәшәй Шәһәрғәзиндар ғаиләһе.
Матур тормош юлы үткән, аҡыллы-тырыш балалар үҫтергән алтын парға киләсәктә лә ауылдаштарына өлгө булып йәшәргә насип булһын.
Гөлсинә Солтанова.