+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Декабрь 2023, 08:17

Төркиә менән сауҙа 8 процентҡа артҡан

Башҡортостандың Төркиә менән ике яҡ сауҙаһы былтырғы ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 7,9 процентҡа артҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төркиә менән сауҙа 8 процентҡа артҡан
Төркиә менән сауҙа 8 процентҡа артҡан

"Беҙ экспорттың уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 115,6 процентҡа һәм импорттың 56 процентҡа артыуын теркәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандан килтерелгән тауарҙар дөйөм тауар әйләнеше күләменең 90 процентын биләй», — тине БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы етәксеһе Маргарита Болычева.

Төркиә Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙары араһында тауар әйләнеше күләмендә 13 процент өлөш менән икенсе урынды биләй.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында яңы инвестиция проектының презентацияһы үткән. Төркиә эшҡыуарҙары Башҡортостанда  ҡайын шпоны етештереүҙе асырға ниәтләй. Предприятиены  «Алға»махсус иҡтисади зонаһында урынлаштырыуҙары мөмкин. Сит ил инвесторҙары өсөн бында таможня зонаһы булыуы өҫтөнлөк тип атала. Болычева һүҙҙәренсә, бындай проекттар «үҙ-ара тауар әйләнешенең  динамикаһын һаҡларға мөмкинлек бирәсәк».

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: