

Сәнәғәт министры Александр Шельдяев һөйләүенсә, 2023 йыл башында Башҡортостанда 500 электромобиль теркәлгән, яртыһынан күберәге Өфөлә. Уларҙың һанының артыуына зарядлау инфраструктураһының артта ҡалыуы тотҡарлаусы фактор булып тора. Әлегә республикала 55 станция эшләй, шуларҙың 18-е быйыл төҙөлгән. Яртыһының күбе федераль трассалар янында, ҡалғандары ҙур ҡалаларҙа урынлашҡан. Улар ярты сәғәт эсендә бер юлы ике электромобилде тулыһынса зарядларға мөмкиндәр.
Йыл аҙағына тиклем инвесторҙарға тағы ла 8 станция төҙөүгә тағы 15 миллион һум бүленәсәк.
Министр һүҙҙәренсә, Башҡортостан зарядкалау инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль пилот проектына ингән. Проектта бөтәһе 32 төбәк ҡатнаша. Башҡортостан уның сиктәрендә 162 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ һәм үҙенең бюджетынан өҫтәмә 30 миллион һум аҡса һаласаҡ. 2024 йылда республикала 70 яңы тиҙ зарядлы станция барлыҡҡа киләсәк.
Шуны ла билдәләр кәрәк, һәр зарядкалау станцияһы 2,76 миллион һумға төшә, шул иҫәптән ҡорамалдарға - 1,86 миллион һум, технологик тоташтырыуға - 900 мең һум.