Былтыр Башҡортостандан он күберәк элекке союздаш республика булған Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанға оҙатылған. 2023 йылда республика етештереүселәре тәүге тапҡыр онды Афғанстанға оҙатҡан.
Шулай уҡ, уҙған йылда Башҡортостандан иген экспорты 2,3 тапҡырға артҡан, йәки 471,8 мең тонна тәшкил иткән. Бер йыл элек етештереүселәр сит илдәргә 266,2 мең тонна иген оҙатҡан булған. Республиканан продукция яҡын сит илдәрҙән тыш, Германияға, Бельгияға, Данияға, Төркиә илдәренә оҙатылған. Был илдәргә күберәге бойҙай, арпа һәм етен оҙатылған.