Мәғариф
21 Декабрь 2023, 03:47

Өфөнөң өс юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк — 2030" программаһында ҡатнаша

Рәсәй Федерацияһының  юғары белем һәм фән министрлығы Өфөнөң өс юғары уҡыу йортона «Өҫтөнлөк — 2030» программаһы буйынса 1 миллиард һум самаһы грант бүләсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөнөң өс юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк — 2030" программаһында ҡатнашаӨфөнөң өс юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк — 2030" программаһында ҡатнаша
Өфөнөң өс юғары уҡыу йорто "Өҫтөнлөк — 2030" программаһында ҡатнаша

Улар 2024 йылға ҡарата үткәрелгән конкурс буйынса һайлап алынған. Аҡсаны Өфө фән һәм технология университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты аласаҡ.

      БДМУ субсидия аҡсаһына халыҡ-ара офтальмология кластерын үҫтереү, фундаменталь һәм трансплантация медицинаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрәсәк. Атап әйткәндә, университетта регенератив, күҙ һәм пластик хирургияның юғары мәктәбе асыласаҡ, ул медицина изделиелары һәм медицина приборҙары етештереү өсөн нигеҙ булып торасаҡ. Медицина университеты базаһында Рәсәйҙә йөрәк сцинтиграфияһы ваҡытында радиоактив препарат синтезы өсөн беренсе ватан хелаторы булдырырға уйлайҙар.

      УУНиТ-та фотоника, генетика һәм авиация төҙөлөшө өлкәһендә эш алып барыласаҡ. Юғары уҡыу йорто авиадвигателдәр өсөн импортты алмаштырыусы деталдәр эшләйәсәк. 2023 йылда университет индустриаль партнерҙарға 170-тән ашыу әҙер узел һәм агрегат оҙатҡанда инде.   

     ӨДНТУ-ла нефть һәм газ тармағындағы партнерҙар өсөн импортты алмаштырыу буйынса эштәр алып барасаҡ.

      2024 йылда Рәсәйһең 50 төбәгенән бөтәһе 118 уҡыу йорто грант аласаҡ. Волга буйы федераль округында 22 университет еңеүсе тип танылған. Был федераль округтар араһында икенсе урын булып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас