«Аҙна һайын — приз!» уйынының сираттағы еңеүсеһе билдәләнде — Һәйетҡол ауылынан Ғәшүрә Мәғәфүрова термос-кружка отто. Еңеүсене паспорт һәм ИНН күсермәһен алып, редакцияға килеүен көтөп ҡалабыҙ.
Киләһе дүшәмбенән йыл аҙағынаса «Аҙна һайын — приз!» уйынында икешәр бүләк уйнатыласаҡ. Гәзиттәргә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамланғас, бер йылға яҙылғандар араһында айырым бер уйын үткәреләсәк.
Күреүегеҙсә, «Осҡон»ға яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеге ҙур. Уйында ҡатнашыу өсөн ни бары гәзиткә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Сираттағы еңеүсе, бәлки, нәҡ һеҙ булырһығыҙ!