Новости
15 Ноября 2016, 12:28

Спартакиада старт алды

Район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты ойошма-предприятиелар араһында иғлан иткән спартакиада үткән аҙнала башланды. 14 команда араһында район үҙәге ойошмалары ғына түгел, «Яҡтыгүл» шифаханаһы спортсылары ла бар. Әле «Батыр» ФҺК-һында мини-футбол буйынса ҡыҙыу уйындар бара. Лидерҙар иҫәбендә — 1-се Асҡар мәктәбе, эске эштәр бүлеге, суд приставтары, район хакимиәте командалары.
Читайте нас