Новости
22 Ноября 2016, 11:27

Мәсет күркәмләнде

Ишҡол ауылының имам-хатибы Ибраһим Баһаув иғәнә аҡсаһына мәсеттең тышын профнастил менән көпләтеүгә иреште. Изге эште ауылдың билдәле оҫталары ағалы-ҡустылы Мәхмүт, Билал, Вәзир Әбдрәхимовтар, Альберт Ғәлләмов башҡарҙы. Иман йорто хәҙер тағы күркәмләнеп ҡалды, унда килеүсе һәр кем халыҡты дингә ылыҡтырыусы Ибраһим Йомағужа улына һәм оҫта егеттәргә изге доғалары аша тик ҡыуаныстарын еткерә, эштәрендә уңыштар теләй.
Читайте нас