30 ноябргә тиклем юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы район биләмәһендә «Автобус» махсус профилактик сараһы уҙғара. Уның барышында пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән бөтә төр транспорт саралары тикшерелә. Инспекторҙар айырыуса автобустарҙың хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылыуына, тормоз системаһының төҙөклөгөнә иғтибар йүнәлтәсәк. Шулай уҡ машинала медицина аптечкаһы булыу ҙа мотлаҡ.