Район ауылдарының береһендә ҡаҙ үрсетеү хужалығында эшләүсе ир, еңел аҡса эшләү ниәте менән, эшҡыуарҙың ҡаҙҙарын урлаған. Уның табышлы шөғөлө өс ай дауам иткән: урланған ҡаҙҙарҙы ул ауылдаштарына һатҡан һәм һатып алыусыларын «беҙгә эш хаҡын ҡаҙҙар менән түләйҙәр, ҡулаҡса кәрәк» тип ышандырған. Бурҙың эҙенә төшөп, хужаһы эштән сығарғас та ул урлашыуҙы туҡтатмаған. Шул рәүешле 218 баш ҡаҙ сәлдереп, эшҡыуарға 60 мең һумдан ашыу матди зыян килтергән. Иргә ҡарата Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса эш асылды һәм судҡа ебәрелде. Тикшереү барышында ғәйебен тулыһынса таныған гражданға ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.